Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Март 2019, 11:36

Ихтирамлы мөнәсәбәт мөһим

Муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге үткәргән сираттағы “тура бәйләнеш” эшҡыуарлыҡҡа ярҙам темаһына арналды

бәйләнеш” эшҡыуарлыҡҡа ярҙам темаһына арналды


Әммә эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Сабироваға бирелгән һорауҙар, күберәк, ҡаланың сауҙа нөктәләрендә тауар төрлөлөгөн һаҡлауға һәм хеҙмәтләндереү сифатына ҡағылды. Һатып алыусыларға, айырыуса өлкән йәштәгеләргә, һатыусыларҙың ихтирамлы мөнәсәбәте мөһим. Гүзәл Рафаил ҡыҙы ҡулланыусыларҙың теләктәрен иҫкә алынған сауҙа нөктәләренең хужаларына еткерергә вәғәҙә бирҙе.

Әйтергә кәрәк, эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән беҙҙең муниципаль район республикала алдынғы урындарҙа килә. Бөгөнгә районда 1996 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшләй, 2018 йылда, атап әйткәндә, 312 субъект теркәлгән.

Бәләбәй муниципаль районының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды уҙған йылда 14 эшҡыуарға 5, 92 млн һум заем биргән (2017 йылда 17 эшҡыуарға – 7, 73 млн һум).

2019 йылда бизнес аяҡҡа баҫҡан осорҙағы сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыуға ҡаралған субсидиялар биреү йәһәтенән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам иттереләсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең лизинг ойошмалары менән төҙөлгәндәренә, коворкинг-үҙәктәр булдырыу йә үҫтереүгә бәйлеләре лә.

Урындағы бюджеттан был маҡсатҡа 1, 5 млн бүлеү ниәтләнә. Федераль һәм республика бюджеттарынан күпме аҡса киләсәге тейешле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғас билдәле буласаҡ.

Римма Солтанова
Читайте нас: