“Киң мәғлүмәт сараларында 2019 йылда һәм унан алдағы йылдарҙа республиканың үҫеш перспективалары тураһында күп яҙалар. Беҙҙең муниципалитеттың ниндәй пландар менән йәшәүен белге килә?” – тигән һорау менән редакцияға бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ шылтыратты
Һеҙҙең иғтибарға Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге биргән материалдарҙы тәҡдим итәбеҙ.
Урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 629, 3 км. Шуларҙан муниципаль райондың автомобиль юлдары – 200,3 км; Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһенеке – 192, 3, Приют ҡасабаһы ҡала биләмәһенеке – 55,3, ауыл биләмәләренеке – 181,4 км.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһының дөйөм ҡулланыштағы автомобиль юлдарын тотоу, ремонтлау, капиталь ремонтлау, төҙөү һәм үҙгәртеп төҙөү буйынса территориаль заказ сиктәрендә муниципаль-ара әһәмиәттәге Аксенов – Аксаков – Бәләбәй юлының 5 км-лыҡ участкаһы ремонтланды; Бәләбәй – Йәрмәкәй – Приют юлының 7,1 км – 14,5 км участкаһында 7,4 км оҙонлоғонда төҙөү бара.
2019 йылда техник тороштары буйынса Бәләбәй ҡалаһын Көньяҡ урап үтеү юлының 3 км-ы; Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлының 3 км-ы ремонтланасаҡ.
2018 йылда урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын ремонтлау һәм тотоуға 144, 6 млн һум аҡса тотонолдо (24,5 км юл ремонтланды). Бынан тыш, БР-ҙың Социаль маҡсатлы программалар фонды арҡылы Бәләбәй ҡалаһында һәм Приют ҡасабаһында 22, 99 млн һумға дөйөм оҙонлоғо 9,5 км юл ремонтланды.
2019 йылда юл төҙөлөшөнә финанс һалыуҙар күләме уҙған йыл кимәленән кәм булмаясаҡ. Юлдарҙың ҡайһы участкалары ремонтланасағы өҫтәмә рәүештә хәбәр ителәсәк.
2019 йылда торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә беҙҙең район биш программала ҡатнашасаҡ. Ихата һәм йәмәғәт урындарын комплекслы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы 2017 йылдан эшләй.
2019 йылда ике ҡала һәм дүрт ауыл биләмәһендә 7 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана, шул иҫәптән Бәләбәйҙә – дүрт, Приютта, Аксаковта, Максим Горький ауыл советтарында – берәр. Был маҡсатҡа 54, 8 млн һум аҡса бүленгән.
Ошо уҡ программа буйынса ике ҡала һәм дүрт ауыл биләмәһендә 9 йәмәғәт урындары төҙөкләндереләсәк; Бәләбәйҙә – дүрт, Приютта, Аксаковта, Максим Горькийҙа, Знаменкала һәм Баженовта – берәр. 36,4 млн һум аҡса тотоу фаразлана.
Куп фатирлы йорттарҙың дөйөм милеген капиталь ремонтлау
Программа 2014 йылдан эшләй. Бөгөн унда Бәләбәй районының 537 йорто ҡатнаша. 2019 йылда 116, 822 һумға 65 йортто ремонтлау ниәтләнә. Ошо программа сиктәрендә ремонттың яңы төрө старт алды – “дөйөм өлөш милкендәге биналарҙы (баҫҡыстарҙы)” ремонтлау. Район буйынса 42 йортта подъездарҙы ремонтлау ниәтләнә (30, 362 һумға).
Урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу
Был программала ҡатнашырға ике ҡала һәм өс ауыл биләмәһе заявка бирҙе. Дөйөм дәүмәле 15, 704 һумға 10 проект ғәмәлгә ашырыласаҡ, шул иҫәптән Бәләбәйҙә һәм Приютта – өс, Аксаковта, Знаменкала, Баженовта – берәр проект.
Коммуналь техника һатып алыу
2019 йылда өс берәмек МТЗ-1221 тракторы һәм бер “КамАЗ” автомобиле базаһында вакуумлы һепереү-йыйыштырыу машинаһы алынасаҡ. Был маҡсатҡа 15, 3 млн һум аҡса бүленгән.
Микрорайондарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү өсөн “Өҫән” һыу алғысын төҙөү дауам итә.
Аксаков һәм Надеждин халҡын тейешле сифаттағы эсәр һыу менән тәьмин итер өсөн 2018 йылда “БР Бәләбәй районы Аксаков ауылын һыу менән тәьмин итеүҙе реконструкциялау” программаһы тормошҡа ашырыла башланы.
“Башкирэнерго” йәмғиәте Надежда-1 һәм Чайковка микрорайондарында төҙөлгән индивидуаль торлаҡ йорттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтыра.
2019 йылда Надежда-1 микрорайонында газ менән тәьмин итеү селтәре һуҙыу күҙаллана.
“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы статусы бирелгән мәлдән предприятиелар-резиденттар тарафынан 160 яңы эш урыны булдырылды. Районға яңы инвесторҙар йәлеп итеү дауам итә.
2019 йылда Бәләбәй һөт комбинатында ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар етештереүҙе күләмле яңыртыу буйынса ҙур инвестицион проектты ғәмәлгә ашырыу дауам итә. 2018 йылда төҙөлөп бөткән “Локаль таҙартыу ҡоролмаһы” объекты сафҡа индерелә. Проект Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды менән бергә тормошҡа ашырыла.
“Башҡортостан ит компанияһы” йәмғиәте муниципаль район территорияһында сусҡалар үҫтереү буйынса өс комплекс төҙөргә ниәтләй.
Юғарыла телгә алынған проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу 1600-ләп яңы эш урыны һәм районға 18 млрд һумдан артыҡ инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Рәсәйҙең “Сочи-2019” инвестицион форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән “Северная Нива Башкирия” йәмғиәте араһында Бәләбәй районында ике һөтсөлөк фермаһы төҙөргә инвестицион ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған: Ермолкин ауыл советы биләмәһендә – һөтсөлөк йүнәлешендә “Аделькин” малсылыҡ комплексы (3300 һыйырлыҡ) төҙөү; Максим Горький ауыл советында – шулай уҡ һөтсөлөк йүнәлешендә “Рус Швейцарияһы” малсылыҡ комплексы (3300 һыйырлыҡ) һәм һөт тоҡомло йәш мал үҫтерер өсөн майҙансыҡтар төҙөү.
2019 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау муниципаль программаларын тормошҡа ашырыу дауам итә, уларҙа бик күп йүнәлештәр буйынса эшҡыуарҙарға субсидиялар биреү ҡаралған. Ошо маҡсатҡа урындағы бюджеттан быйыл 1, 5 млн һум аҡса бүленәсәк. Федераль һәм республика бюджеттары аҡсаларҙың күләме тейешле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғас билдәле була.
2019 йылдың ноябрендә Бәләбәй ҡалаһының Горохов урамында 150 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бынан тыш БР Мәғариф министрлығына “Бәләбәй ҡалаһының 29-сы микрорайонында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү” объектының проект-смета документацияһы эшкәртмәһен РАИП-ҡа индереү тураһында хат әҙерләнгән.
Аксаков ауылында яҡын йылдарҙа 375 урынлыҡ яңы мәктәп һалыу ниәтләнә.
Бәләбәй индустриаль колледжы бинаһы 15-се мәктәптең уҡыу майҙандарын киңәйтер өсөн муниципаль милеккә тапшырылды.
2019 йылдың февралендә мәғарифтың республика форумында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, яңы 2019-2020 уҡыу йылында муниципаль район мәктәптәрендә биш көнлөк уҡыу-уҡытыу режимына күсеү планлаштырыла.
Яҡын йылдарҙа “Мәҙәниәт” төбәк милли проектына ярашлы, Аксаковта 50 урынлыҡ балалар сәнғәт мәктәбе булған 300 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто Һәм Бәләбәйҙә Балалар сәнғәт мәктәбенең яңы бинаһын төҙөү ниәтләнә.
Мәтәүбаш һәм Ермолкин ауылдарында ауыл мәҙәниәт йорттары төҙөү буйынса сараларҙы финанслауҙы “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” дәүләт маҡсатлы программаһына индереү буйынса эш алып барыла.
Муниципаль районда йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре “Башҡортостан Республикаһында физик культура, спорт һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” дәүләт, “БР Бәләбәй муниципаль районында балалар һәм йәштәр менән эште камиллаштырыу” муниципаль программаларына, шулай уҡ Бәләбәй муниципаль районы Социаль үҫеш идаралығының киләсәкле эш планына ярашлы тормошҡа ашырыла.
2019 йылда “PROдвижение” йәштәр форумы уҙҙы. Осрашыу мәғлүмәти-дискуссиялар майҙансығынан ғибәрәт булды, унда ҡатнашыусыларға һөнәри йүнәлеш һәм йәштәрҙең карьера ынтылыштары мәсьәләләре буйынса фекерҙәр әйтеү, шулай уҡ йәш быуындың социаль активлығы менән уңыштың үҙ-ара бәйләнешен асыҡлау мөмкинлеге тыуҙы. Әлеге йүнәлештә эшләү һөҙөмтәләре буйынса йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар алыу маҡсатында конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн тәҡдимдәр эшләнәсәк.