Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Апрель 2019, 16:58

Туған телдәрҙә данлайбыҙ!

Башҡортостандың 100 йыллығы байрамы Бәләбәйҙә әҙәби солғанышта уҙҙы – был көндө “Илһам шишмәләре-2019” төбәк-ара фестиваленә лә йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың 100 йыллығы байрамы Бәләбәйҙә әҙәби солғанышта уҙҙы – был көндө “Илһам шишмәләре-2019” төбәк-ара фестиваленә лә йомғаҡ яһалды

Йөҙ йыл элек, революциянан һуңғы дауылда һәм граждандар һуғышында янып, аслыҡ һәм яланғаслыҡҡа ҡаршы көрәшеп, йәш республика, Советтар иленең беренсе автономиялы республикаһы статусы алып, киләсәккә аяҡ баҫа. Шул ваҡыттан яңы тормош, уҫеш, ҡаҙаныштарҙың иҫәбе башлана. Ҡыйыу, ғорур һәм көслө халыҡ йәшәгән Башҡортостан ышаныслы рәүештә алға бара, тиҙҙән аграр, техник, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә уңыштарға ирешә. Республика илдең таянысына әүерелә, хәҙер ҙә Рәсәйҙең алдынғы субъекттары иҫәбендә.

Юбилейҙы байрам итеү Бәләбәй ерендә яҙын уҙғарылған шиғри көндәр менән тап килде. Шуға күрә тыуған ергә һөйөү шиғри һүҙгә, шиғри йылғаға әүерелде, уға Башҡортостанда йәшәүсе дүрт халыҡ телдәренең саф шишмәләре ҡушылды. Ошо телдәрҙә шиғырҙар яҙылған, фекерҙәр, хыял-өмөттәр әйтелгән. Шағирҙарҙың иң матур шиғырҙары “Йәйғор” альманахына ингән.

Иң яҡшы бүләк – ҡаҙаныштар!

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев һәм социаль үҫеш идаралығы начальнигы Олег Данилин Бәләбәй еренә республиканың юбилейын байрам итергә килгән оло ҡунаҡтарҙы – БР-ҙың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Альберт Сөләймәновты, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотовты һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡовты ҡаршыланылар.

Дүрт телдә сәләмләү һүҙҙәре яңғырай, милли кейемдәр кейгән дүрт ҡыҙ батмустар тотоп теҙелгән. Икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ иткәндән һуң, ҡунаҡтар байрам күргәҙмәһе өсөн презентациялар әҙерләгән урындағы предприятиелар менән танышырға йүнәлделәр. Үҙәк мәҙәниәт һарайының фойеһында “Бәләбәй кирбесе”, “БелЗАН”, “Белка.net” цифрлы юлдаш телевидениеһы предприятиеларының, “Башинформсвязь” интернет-провайдеры, Бәләбәй һөт комбинаты, “Бәләбәй ҡаласы” икмәк комбинатының, “Башспирт” йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы, “Техноград” йәштәрҙең инновацион ижады ял итеү үҙәгенең витриналары урынлашҡан. Ҡунаҡтар юғары технологиялы күҙәтеү камераларын, электрон коммуникацияларҙы, робот техникаһын, заводтың беркетеү продукцияһын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Һорауҙар бирҙеләр, белгестәр аңлатыуын тыңланылар. Рәхәтләнеп сырҙың яңы сортын, бал, башҡа тәм-томдо тәмләп ҡаранылар. Ижади осрашыу алдынан тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, Художество галереяһына, Өҫән-Ивановка ауылындағы Марина Цветаева музейына, Яков Ухсайҙың һәм Константин Ивановтың йорт-музейҙарына барҙылар. Үҙәк китапханала Бәләбәй районы яҙыусылары һәм шағирҙарының йыйынтыҡтары, республиканың юбилейы алдынан рухи тормоштоң көнүҙәк темаларын сағылдырыусы брошюралар, журналдар күргәҙмәһе ойошторолған.

Байрамға саҡырыу яңғырай, һәм тамашасылар байрам концертына ашыға...

“Тыуған яҡтың төп байлығы – кешеләр!”

Байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтарының сығыштарында был төп фекер булды.

– Башҡортостан халҡы Ватан сәнәғәте, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, һаулыҡ һағы һәм мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индерҙе, – тине МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. – Бәләбәй районының үҫеш тарихы республика тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Беҙ тыуған ер үҫешендә ҡатнашҡан һәм уның данын арттырған яҡташтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ.

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар! Һеҙҙең иңдәрҙә – 45-се йылдағы Еңеү, емерелгән хужалыҡты тергеҙеү, балалар һәм ейәндәр киләсәге өсөн, яратҡан республикабыҙ хаҡына тырыш хеҙмәт. Башҡортостандың, беҙҙең район һәм ҡаланың аяҡҡа баҫыуына индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ...

Бөгөн Бәләбәй районы үҫеш кисерә. Былар барыһы ла яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте. Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөгөҙ, илһөйәрлегегеҙ, тыуған ергә булған эскерһеҙ мөхәббәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт!

Ҙур экранда – юбилей видеоролигы кадрҙары. Беренсе автономиялы республика дәүләткә яңы нефть ятҡылыҡтары, алтын башаҡлы ҙур уңышлы баҫыуҙар, көр маллы көтөүҙәр бирә; Рәсәй Башҡортостан йылғалары һәм күлдәренең таҙа һыуына туйына. Металлургия, энергетика, авиа һәм машиналар төҙөү, спорт, фән, быуаттар төпкөлөнән килгән милли йолалар, фермерҙарҙың тәмле ризыҡтары – былар барыһы ла донъяның конгрессмендарын һәм йәмәғәт эшлеклеләрен ҡабул иткән республиканың нигеҙе. Татыулыҡта, дуҫ йәшәүсе 160 милләтле дүрт миллион кеше рухи байлығының, мәҙәниәттәренең, диненең ҡабатланмаҫлығы менән бере-береһен тулыландыра.

Ике йөҙгә яҡын бәләбәйле “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл” юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Улар араһында “Почет билдәһе” орденлы Бәләбәй һөт комбинатының сыр яһаусыһы, хеҙмәт ветераны Валентина Антонюк, спорт мастеры, саңғы уҙыштары буйынса Рәсәй-ҙең атҡаҙанған тренеры Салауат Ғүмәров, “Авангард” колхозы малсыһы Фәнис Зәйнуллин, Туҙлыҡуш ауылы мәктәбе ветераны Римма Исхаҡова, сыр яһаусы-мастер, хеҙмәт ваетераны Тамара Каткова, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе, Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы Әхәт Латипов, “Аксаковнефть” идаралығының хеҙмәт ветераны Зыязетдин Латипов, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, “Автонормаль” заводы ветераны Юрий Сапогов, Приют ҡасабаһының почетлы гражданы, “Аксаковнефть” идаралығының хеҙмәт ветераны Юрий Свиридов, Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының хеҙмәт ветераны Валентина Тихонова.

Дүрт йәш ғаилә Бәләбәй районында ауыл ерендә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләү алыуҙары тураһында таныҡлыҡ алды.

Байрам концертында Үҙәк мәҙәниәт һарайы һәм Приюттың мәҙәниәт йорто коллективтары сығыш яһаны.

“Ҡанатлы аттарын йүгәнләп,

Ашыға Бәләбәйгә шағирҙар...”

Байрамдың тулҡынландырғыс мәле – төбәк-ара фестивалдә ҡатнашыусы шағирҙар менән көтөлгән осрашыу. Азат Сәхәбиев Өфөнән килгән Зөфәр Вәлитовҡа, Илдус Фазлетдиновҡа, Сергей Янакиға, стәрлетамаҡлы Геннадий Тимофеевҡа, Ҡырмыҫҡалы районынан Рәмил Сурағоловҡа Бәләбәйҙең Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияларын тапшыра.

Шиғыр конкурсында еңеүселәр, сәхнәгә күтәрелеп, туған телдәрендә шиғырҙар уҡый. Әҫәрҙәрҙең төп темаһы – нәҫелдәре, ғаиләләре, үҙ яҙмыштарының тамырҙары береккән кесе тыуған яҡ. Яңы “Йәйғор”альманахын биҙәйәсәк иң яҡшы һәүәҫкәр шағирҙарға тамашасылар алҡыштар бүләк итте. Улар беренсе премия лауреаты бәләбәйле Александр Ульрих, ике икенсе премия лауреаттары – Тәтешле районынан шағир Юныс Миңлемөхәмәтов һәм Миәкә районынан Меланья Никифорова, өс өсөнсө премия лауреаттары – өфөлө Рәзиф Зөбәйеров, Салауаттан Сибәғәт Рахманғолов һәм Октябрьскийҙан Валерий Абдразаҡов.

Шиғыр бәйгеһенең төп бүләгенә Учалынан Римма Солтанова лайыҡ булды.

– Алыҫ Төньяҡтан Бәләбәйгә ҡайтып, көтмәгәндә бүләк алдым, – тине Александр Ульрих. – Яңы ҡаҙаныштарға ынтыласаҡмын!

Яҙыусы һәм тәржемәсе Сергей Янаки берәгәйле һүҙ әйтте:

– Байрам тамамлана һәм ентекле, аҡыл эше башлана. Шиғриәт тәъҫораттар, күңел кисерештәре генә түгел, грамоталылыҡты ла талап итә. Башлап яҙыусы шағирҙар шиғыр яҙыу оҫталығына өлгөргән яҙыусыларҙан өйрәнһендәр ине. Был эш даими алып барылырға тейеш, шуға күрә иң мөһиме – әҙәби өлкәлә маҡсатҡа өлгәшеү теләге булһын.

Гөрләп килгән яҙға лирик төҫ өҫтәп, киләһе ижади осрашыуҙарға дәртләндереп, байрам тамамланды.

Күндәм арғымаҡтар һеҙгә, шағирҙар!

Анна Лапина.

Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: