Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель 2019, 17:26

Дәрте барҙың – дарманы бар

Гөлназ Ваһапова башҡорт гимназия – интернатының 7-се класында уҡый. Ул тик «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшә һәм мәктәптән тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.




Гөлназ Ваһапова башҡорт гимназия – интернатының 7-се класында уҡый. Ул тик «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәшә һәм мәктәптән тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Гөлназ бар яҡлап та һәләтле: көмөштәй саф тауышы менән моңландырып йырлаһынмы, күбәләктәй өйөрөлөп бейеһенме, йә иһә спорт уйындарында уҡтай осоп йүгерһенме – һәр саҡ зирәклеге һәм етеҙлеге менән айырылып тора.

Ул башланғыс кластан бейеү түңәрәгенә йөрөп, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, ә үткән яҙ Бөтә Рәсәй кимәлендә «Ҡитғалар һәм океандар» темаһына география фәне буйынса үткәрелгән конкурста беренселекте яуланы.

Баскетбол лигаһында ҡатнашып, Гөлназ Диплом менән бүләкләнде һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә арналған «Минең юлым хәүефһеҙ» тип аталған конкурста призлы урынға лайыҡ булды.

Уның күңеленә айырыусы йыр-моң хуш килә, шунлыҡтан ул башланғыс кластан башҡорт гимназия-интернатында эшләп килгән «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленә йөрөй. Гөлназ Өфөлә уҙғарылған V Республика йәштәр йыры һәм бейеүе фестивале «Азамат-2018»-ҙә 2-се урын алды. Етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә: «Гөлназ үҙенең көслө һәм саф тауышы менән күңелгә тәҫир итә. Ул һәр нотаны еренә еткереп дөрөҫ башҡара, тауышын үҫтереү өҫтөндә күп эшләй; йыр башҡарғанда мөләйемлеге менән тамашасының күңелен яулай».

Гөлназ фәнни-эҙләнеү эшенә лә битараф түгел. Быйыл ул ғинуар айында район кимәлендә үткән уҡыусыларҙың фәнни-эҙләнеү конференцияһында химия фәненән «Һабын үләненең тамырынан шыйыҡ һабын яһау» тигән темаға сығыш яһап, 3-сө урын алды.

Гөлназ кеүек уҡыусылар күңелгә дәрт өҫтәй, киләсәккә яҡты хыялдар тыуҙыра. Уға яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын.

Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе
Читайте нас: