Бәләбәй муниципаль районы мәғлүмәт-аналитика бүлегендәге сираттағы “тура бәйләнеш” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу проблемаһына бағышланды.
Муниципалитетта йәшәүселәрҙең һорауҙарына “Экология Т” йәмғиәте директоры Илнур Шакиров яуап бирҙе. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу, уның өсөн түләү билдәләү тәртибенән башҡа бәләбәйҙәрҙе башҡа һорауҙар ҙа борсоно. Атап әйткәндә, сүп-сарҙы айырып йыйыуға күсеү мәсьәләһе.
– Быйыл икенсе ярты йыллыҡта беҙ Бәләбәйҙә күп фатирлы йорттар эргәһендә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Ә Приют ҡасабаһында ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн евроконтейнерҙар урынлаштырыуҙы тамамлаясаҡбыҙ, – тип хәбәр итте Илнур Йәмил улы. – Сүп-сар реформаһының төп маҡсаты – полигондарҙа һаҡланасаҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары күләмен кәметеү, шуға күрә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – Бәләбәйҙә сүп-сарҙы сорттарға айырыу пункты төҙөү.
– Беҙ Бәләбәй халҡын ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға бәйле ваҡытлы булған ҡыйынлыҡтарға аңлап ҡарауҙарын һорайбыҙ. Сүп-сар өсөн түләү документтарында хаталар хеҙмәттәрҙән ҡулланыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр базаһының аныҡ булмауы арҡаһында тыуҙы. Һәр фактты беҙҙең белгестәр айырым тикшерә һәм хәлде төҙәтеү йәһәтенән тейешле саралар күрә, – тип аңлатты Илнур Шакиров.
Бәләбәйҙәр “Экология Т” компанияһына төрлө бәйләнеш каналдары аша мөрәжәғәт итә ала. Төбәк операторының “ВКонтакте”, “Инстаграм” һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә үҙ биттәре бар.