Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Апрель 2019, 13:28

Зәки Вәлиди Бәләбәйҙә

Әхмәтзәки Вәлиди күренекле шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе булараҡ билдәле. Ул Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы, октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан хөкүмәтен етәкләй


Әхмәтзәки Вәлиди күренекле шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе булараҡ билдәле. Ул Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы, октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан хөкүмәтен етәкләй

Зәки Вәлидиҙең Бәләбәйҙә булыуы хаҡында уның “Иҫтәлектәр” китабынан билдәле. Иҫтәлектәрҙең тәүге өлөшө элекке Рәсәй империяһының 1917 - 1922 йылдарҙағы ваҡиғаларына, авторҙың революцияла һәм граждандар һуғышында ҡатнашыуына бағышланған. Унда авторҙың үҙенең ғәжәп яҙмышы тураһында ғына түгел, ә революция осороноң дауыллы ваҡиғаларында ҡатнашыусылар хаҡында ла күп мәғлүмәт бирелә.

Башҡортостандың мөстәҡиллеге өсөн азатлыҡ хәрәкәте башлығы Вәлидов 1919 йылдың 5 июнендә полковник Хәсән Әхмәровты Бәләбәйгә Бәләбәй өйәҙе халҡын Ҡыҙыл Армияға мобилизациялау өсөн ебәреүе тураһында яҙа. Өс айҙа Әхмәров өс йәйәүлеләр һәм бер атлылар полкы йыя. Көнсығыш фронты командующийы Михаил Фрунзе ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә.

Зәки Вәлиди үҙе беренсе тапҡыр Бәләбәйгә 1919 йылдың 14 июнендә революция ғәскәрҙәренә яңы көстәр йыйыу нисек барыуын күрер өсөн килә. Тиҙҙән Бәләбәйҙә төҙөлгән Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы Петроградҡа ҡаланы генерал Н. Юденичтың аҡ гвардиясылар армияһынан һаҡлар өсөн ебәрелә. 1919 йылдың 15 сентябрендә Зәки Вәлиди Петроград фронтына ҡыҙыл армеецтарҙы шәхсән оҙатыр өсөн тағы Бәләбәйгә килә. 1919 йылдың октябрь-ноябрендә Башҡорт бригадаһы Юденич армияһына ҡаршы уны тулыһынса ҡыйратҡансы батырҙарса көрәшә. Ошо бригада составында беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ Ғимаҙ Йәһүҙин дә була.

Әхмәтзәки Вәлиди етәкселеге аҫтында минең әсәйем яҡлап олатайым Намат Ғәлимуллин да һуғышҡан, ул Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан. Ул Зәки Вәлидиҙең ординарсыһы булыуы хаҡында ғорурланып һөйләй торғайны.

Флүр Йәһүҙин, хеҙмәт ветераны


* Әхмәров Хәсән Нури улы 1919 йылда Бәләбәйҙә була һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы частарын төҙөүҙе етәкләй. Шул уҡ йылдың авгусынан уҡсылар бригадаһының командиры итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың октябрь-ноябрендә Петроградты һаҡлауҙа, аҡтарҙың генерал Н. Юденич етәкселегендәге Төньяҡ-Көнбайыш армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.
Читайте нас: