Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Май 2019, 11:14

Әлшәй ҡыҙҙары һынатмай

Эльза Шәйғәрҙәнова Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатына Әлшәй районы Буҙанъяр ауылынан 7 йылға яҡын элек 3-сө класҡа уҡырға килде.



Эльза Шәйғәрҙәнова Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатына Әлшәй районы Буҙанъяр ауылынан 7 йылға яҡын элек 3-сө класҡа уҡырға килде.

Ул, кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен һабыр холоҡло, тырыш, әуҙем, ныҡышмал, уҡыуға һәләтле итеп курһәтте һәм интернат тормошона ла тиҙ генә өйрәнеп китте.

Әлеге ваҡытта ҡыҙ 9-сы класта тик "4" һәм "5" билдәләренә генә уҡып йөрөй. Эльза үҙенә тәғәйенләнгән эште һәр ваҡыт мөкиббән китеп башҡара: һүрәт төшөрә икән – үҙенә генә хас булған оҫталыҡ менән күҙ ҡамаштырып, бар һәләтен һалып башҡара; бейергә төшһә – ҡояштай балҡып өҙҙөрә баҫа; шиғыр һөйләһә – куңелдең нескә ҡылдарына тейеп, тамашасыны үҙенә йәлеп итә; ҡумыҙҙа уйнаһа – илаһи дәрт өҫтәй; ә инде кластан тыш сараға тотонһа – призлы урын – уныҡы.

Үткән уҡыу йылында ул рус теле һәм әҙәбиәте, география, информатика, математика, биология, тирә-яҡты өйрәнеу фәндәренән Халыҡ-ара дистанцион конкурстарҙа ҡатнашып, барыһынан да призлы урынға лайыҡ булды.

Быйылғы уҡыу йылында ҡыҙ байтаҡ фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашты: химия, математика, черчение һәм башҡорт теленән.

Ул маҡтауға лайыҡ, сөнки үҙен һынап ҡараған һәр эше маҡтау грамоталары, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән юғары баһалана. Эльза гимназия-интернатта уҡыуынан ҡәнәғәт:

– Ата-әсәйемә рәхмәтлемен, улар мине ошо гимназияға уҡырға алып килделәр. Мин бында күп нәмәгә өйрәндем, сөнки төрлө яҡлап үҫер өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар, – ти ул.

Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе
Читайте нас: