“Юлдаш” балалар һауыҡтырыу лагерында беренсе смена бара. Йәй һайын был урман мөйөшө талантлы балаларҙы һәм яғымлы тәрбиәселәрҙе тартыу үҙәгенә, матур бейеү номерҙары һәм “миҙгел хиттары” тыуған урынға әйләнә.
Ике йөҙ малай һәм ҡыҙ өс аҙна йөҙйәшәр ҡарағайҙар көмбәҙе аҫтында йәшәргә әҙер, ә тәрбиәселәр улар өсөн мауыҡтырғыс тематик программа әҙерләгән.
Июнь башынан “Сәләмәтлек” шифахана-профилакторийында беренсе заезд башланды. Унда 62 бала өсөн һауыҡтырыу ялы ойошторолған. Улар тәрбиәселәре менән “Йәшел утрау”ға юллана, барышлай сараларҙа ҡатнашыу менән бергә файҙалы процедуралар ҙа ала – бассейнда һыу ҡойона, саф һауала уйнайҙар.
Бәләбәй муниципаль районының Мәғариф идаралығы сайтындағы мәғлүмәт буйынса, 2019 йылда балаларҙың ялын белем биреү ойошмалары базаһында урынлашҡан көндөҙгө һауыҡтырыу лагерҙарында ойоштороу ҡаралған, үҫмерҙәрҙе Мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлаштырырға ниәтләнә. Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет тормош хәле ауыр һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған блалар өсөн “Йәш илһөйәр” профилле лагеры ойоштора.