Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Июнь 2019, 12:02

Йәшлектең ал елкәне

21 июнь... Һис оноторлоҡ түгел ул көндө! Мәктәпте тамамлаусыларҙың байрамы Әмиров бульварында башланды. Күҙ яуын алырлыҡ күлдәктәр кейгән, прическалар эшләткән һылыу ҡыҙҙарға һәм өр-яңы костюмдан, ап-аҡ күлдәктәрҙән егеттәргә үткән-һүткәндәр һоҡланып ҡарап ҡалды.



Улар – бәрәкәтле Бәләбәй ере үҫтергән матурлыҡ, зауыҡ! Әле бейек үксәләрҙә йәш ҡыҙҙарҙың аҙымдары ышанысһыҙ, әле егеттәрҙең йөҙҙәрендә балаларса оялыу, әммә нәҡ ошо көндө улар үҙҙәрен киләсәктәре өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулдарына алған өлкән кешеләр итеп тойҙо.

Сығарылыш уҡыусыларының колонналары Үҙәк мәҙәниәт һарайы майҙанына табан хәрәкәт итә, ә унда инде уларҙы ата-әсәләре, дуҫтары, туғандары көтә.

Быйыл тыуған мәктәптәренән 421 сығарылыш уҡыусыһы оло юлға ҡуҙғалды. 46 кеше “Уҡыуҙа айырыуса уңыштары өсөн” алтын миҙалы менән бүләкләнде.

Муниципаль, республика һәм бөтөн Рәсәй олимпиадаларында еңеүселәр һәм дипломанттар, ижади кисәләрҙә, театр фестивалдәрендә һәм музыка конкурстарында ҡатнашыусылар, физиктар һәм химиктар, экологтар һәм урмансылар, әҙәбиәтселәр һәм музыканттар – был беҙҙең сығарылыш уҡыусылары, Бәләбәй еренең ышанысы һәм киләсәге! Буласаҡ табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, спортсылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре... Тыуған илдәренең киләсәк яҙмышын уларға “яҙырға” тура киләсәк.

Күҙҙәрен йомоп, эстән хыялдарын ҡабатлап, һәр мәктәп вәкилдәре зәңгәр күккә күгәрсендәр осора.



Онотолмаҫлыҡ сығарылыш кисәһен кисәге уҡыусылар өсөн Бәләбәй муниципаль районы мәғариф идаралығы, ҡала һәм район мәктәптәренең ижади коллективтары етәкселәре ойошторҙо.

Ҡотлау һүҙҙәре менән йыйылғандарға муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев мөрәжәғәт итте. Ул уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәттәрен белдерҙе, Бәләбәйҙә эшләр өсөн буласаҡ белгестәр тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыр тигән ышанысын белдерҙе.

Мәғариф идаралығы начальнигы Наталья Лаврова ҡотланы. Миҙал алыусыларға тантаналы шарттарҙа лайыҡлы наградаларын тапшырҙылар.

Байрам концерты тамамланғандан һуң сығарылыш уҡыусылары үҙ мәктәптәренә таралышты, унда уларға таныҡлыҡтар тапшырыу кисәһе дауам итте.

...Гриндың ал елкәне Рәсәйҙә мәктәп тамамлаусылар өсөн күптән ышаныс, һөйөү, йәшлек символына әйләнде. Йыл һайын мәҙәни баш ҡалала сығарылыш балдары төнөндә Невала ал елкәнле бригантина йөҙә.

Беҙҙең егет-ҡыҙҙар ҙа өлкән тормоштарының беренсе таңын ал елкән кеүек ҡаршы алды, һәм ул ығы-зығылы тормош диңгеҙендә уларҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлар.

Анна Лапина.

Елена Торгашова фотолары
Читайте нас: