Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июль 2019, 19:20

Бесәне лә кәрәк, сенажы ла

Фермер хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләүҙең икенсе этабы бара: бесән йыйыу менән бергә сенаж да әҙерләй башланылар. Быйыл һауа торошо игенселәр яғында түгел, шуға аграрийҙар һәр эш көнөн тулыһы менән файҙаланырға тырыша.

Константин Иванов исемендәге кооперативта (рәйес Максим Моторин) кәзә үләне (110 га) һәм эспарцет (110 га) йыйыуҙа һигеҙ берәмек техника һәм юғары квалификациялы һигеҙ ауыл хужалығы эшсеһе эшләй; теҙемдәрҙе йыйыуҙа – Константин Иванов һәм Дмитрий Шишкин, ташыуҙа – Александр Михайлов, Алик Лукьянов, Владимир Сучков һәм Владимир Иванов, тығыҙлауҙа – Абделхай Исламғолов менән механизатор Алексей Жилкин.


5 июлгә ауыл хужалығы производство кооперативында 210 тоннналап бесән һәм 700 тонна сенаж әҙерләнгән.


- Һауа шарттары бик шатландырмаһа ла, план һис шикһеҙ үтәләсәк, - ти Максим Валерьевич.
Район буйынса дөйөм алғанда, бөгөнгә 3900 га күп йыллыҡ үләндәр сабылған (был кәрәкле күләмдең 39 проценты (1700 га кәзә үләне, 100 га люцерна һәм 1200 га башҡа культуралар). Планлаштырылған 20000 тоннанан – 2300 тонна бесән һәм 23000-тән 2700 тонна сенаж тупланған.

Хужалыҡтар ҡыш аласаҡ һөттөң сифаты һәм күләме мал аҙығын туплауҙы ни ҡәҙәр уңышлы тамамлауға бәйле.


Илья Букарев. Автор фотолары
Читайте нас: