Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июль 2019, 19:12

Палатка, рюкзак, карта... теләк кенә булһын

Башҡортостандан ситкә китмәйенсә сәйәхәт итергә теләүсе туристар ял көндәрендә ҡайҙа бара ала?



Шундай йүнәлештәрҙең береһе – легендар Айғыр. Был туристар араһында бик популяр урын. Ул Көньяҡ Уралда урынлашҡан ҙур булмаған ҡасаба, Инйәрҙән 20 км алыҫлыҡта ята.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы туристарҙың күпләп биргән мөрәжәғәттәрен тыңлап, йәй дауамында ял көндәрендә Өфө-Белорет-Өфө ҡала яны поездарын ебәрәсәк. Улар бар теләүселәрҙе легендар Айғырға ташыясаҡ.

Туристарҙы ташыу өсөн Куйбышев тимер юлы бар уңайлыҡлы РА-2 рельс автобустарын бүлгән. Вагондарҙа Wi-Fi, биобәҙрәф, спорт ҡорамалдары өсөн кәштәләр, уңайлы ултырғыстар бар.


Йәйҙең йылы көндәренән файҙаланып, хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итәйек, Айғырҙа таң ҡаршылайыҡ!
Читайте нас: