Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Август 2019, 13:39

Амброзия – мәкерле үлән

Карантинлы ҡый үләне – өс бүлкәтле амброзия – Башҡортостандың 11 районында киң таралған.



Был үҫемлек сәскә атҡанда бүлеп сығарған һеркәһенең һауаны бысратыуы, тын юлдарына эләгеүе, күҙгә кереүе, тын алышын, күреү һәләтен насарайтыуы, аллергия барлыҡҡа килтереүе менән хәүефле. Зарарлы алкалоидтар организмда йыйыла, һөҙөмтәлә иммунитет ҡаҡшай.

Амброзияның таралыуына ҡаршы көрәш алымдары тураһында Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы дәүләт инспекторы Фәйрүз Дәүләтбаев һөйләй:
– Өс бүлкәтле амброзия – бер йыллыҡ үҫемлек. Яҙын сыға башлау менән уға ҡый үләндәренә ҡаршы көрәштә ҡулланылған гербицидтар һибергә кәрәк, әлбиттә, хәүефһеҙлек сараларын күреп. Ҡул менән утау – иң һөҙөмтәле сара, тик һаҡланыу саралары ҡулланыу зарур, сөнки үлән сағырға йә аллергия тыуҙырырға мөмкин. Уталған үҫемлекте мотлаҡ яндырырға кәрәк, уталған хәлдә лә уның сәскә атыуы, орлоҡ биреүе ихтимал.
Амброзияның орлоҡ менән генә таралыуын иҫәпкә алырға кәрәк, шуға был үлән үҫкән ерҙәрҙе бер нисә йыл контролдә тоторға кәрәк. Ер участкалары булған граждандар, юридик шәхестәр 2014 йылдың 21 июлендәге «Үҫемлектәр карантины тураһындағы» 206-сы законға ярашлы, өс бүлкәтле амброзия усаҡтарын үҙ иҫәптәренә бөтөрөү сараһын күрергә бурыслы. Әгәр быны эшләмәһәләр, улар РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 10.1-се статьяһына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла ала.
Ошоларға бәйле биология уҡытыусыларына, экологтарға, ҡаланың һәм райондың битараф булмаған кешеләренә халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыһындар, үҙҙәре йәшәгән ерҙә был ҡый үләненең таралыуын контролдә тоторға саҡырыр инем.

Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне


Читайте нас: