Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Сентябрь 2019, 12:14

Заказсылары араһында «Росатом» да бар

«Бәләбәй» моноҡалаһының тәүге резиденты – «АММА» йәмғиәте етештереү күләмен ышаныслы арттыра, шул иҫәптән продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереү иҫәбенә лә.

Ныҡлы производство ҡеүәте, үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәре һәм һығылмалы структураһы булған предприятие теләһә ҡайһы, стандарт булмаған, техник яҡтан ҡатмарлы проекттарҙы заказсы талаптарына ярашлы эшләп сығара ала.

Шулай, әлеге ваҡытта нефть промыслаһы ҡорамалдары цехында быулы һурҙырғыстар нигеҙендә модулле конденсатлы блоктар йыйыу тамамлана. Уны «Лукойл-Нижегороднефтеоргсинтез» йәмғиәте заказы буйынса эшләгәндәр.

– Бының кеүек продукция әлегә Рәсәйҙә юҡ, – тип аңлата подразделение етәксеһе Рөстәм Юлдашев. – Беҙ әле яңы ҡорамалдың бөтә механизмдарының эшкә һәләтлелеген тикшерәбеҙ, унан заказ биргән предприятие вәкилдәрен һынауға саҡырасаҡбыҙ. Бер үк ваҡытта илдең бер әйҙәүсе нефть эшкәртеүсе предприятиеһы өсөн икенсе шундай уҡ установка йыябыҙ. Түбәнге Новгород өсөн беҙ модулле конденсатлы өс блок эшләйәсәкбеҙ.
Быйыл моноҡала резиденты тағы бер ҙур заказ үтәгән – был «Газпромнефть» йәмғиәте торба үткәргестәре өсөн камера.

Предприятиеның яңы заказсылары иҫәбендә «Росатом» да бар. Дәүләт корпорацияһы өсөн Бәләбәйҙә канализация һурҙырғыс станциялары эшләнгән.

«АММА» йәмғиәтендә производство майҙандарын киңәйтеү һәм яңыртыу бер нисә этапта алып барыла.

– Әлеге ваҡытта административ-көнкүреш корпусы төҙөлә, – тип һөйләй предприятие директоры Кирилл Исаев. – Унда эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн зал, уңайлы хеҙмәт биналары, 100 кешегә өҫ алыштырыу бүлмәһе, аш, йыуыныу бүлмәләре һ.б. ҡаралған. Әле эшләп килгән производство майҙандарын киңәйтеү артабанғы этап буласаҡ.
Әгәр резидентлыҡтың тәүге йылында предприятиела 40 кеше эшләһә, бөгөн унда 82 эш урыны булдырылған, 86, 5 млн һум инвестициялар йәлеп ителгән.

Етештереү күләме артыу менән квалификациялы кадрҙарға һорау ҙа арта. АММА командаһына бөгөндән инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, эретеп йәбештереүселәр, металл конструкциялар йыйыу буйынса слесарҙар, водителдәр ҡабул итергә әҙерҙәр.


Римма Солтанова мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: