Бында килеп инеү менән декоратив сауыр һәм артыш ҡыуаҡтары ҡаршылай; арыраҡ, янып торған ҡыҙыл мәрйендәр таҡҡандай, миләштәр теҙелеп киткән. Ҡайын, йүкә, Канада сағаны, муйыл ағастары тирә-яҡҡа күркәмлек һәм сафлыҡ биреп ултыралар. Бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаған нәзәкәтле зәңгәрһыу һәм йәшел шыршылар йыл әйләнәһенә ылыҫын ҡоймай, күңелде ҡыуандыра. Сейә, ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, крыжовник кеүек емеш-еләк үҫемлектәре мул уңыш бирә. Ниндәй генә йәшелсә үҫмәй бында! Уларҙы үҫтереү өсөн айырыуса тырышлыҡ һалына. Йәй башынан көҙ уртаһына саҡлы ишек алдын хуш еҫ бөркөп торған баҙыҡ сәскәләр биҙәй.