Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2019, 14:20

Йығылһаң да, ҡурҡыныс түгел!

Аксаков ауылының Беренсе май урамындағы 43 а һанлы йортонда йәшәүселәрҙе тиҙҙән байрам көтә – «Башҡортостан ихаталары» республика программаһы буйынса ихата биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү тамамланыуға яҡынлашҡан.

Ошо йортта һәм уның тирәһендә урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән балалар айырыуса шатланасаҡ. Улар өсөн бында бик күп сағыу аттракциондар менән майҙансыҡ эшләнгән, ер хәүефһеҙ түшәлмә менән ҡапланған. Ата-әсәләр борсолмаһа ла була: кескәйҙәр яңылыш йығылған хәлдә лә, тубыҡтары зыян күрмәйәсәк!

Балалар майҙансығы эргәһендә спорт майҙансығы ла бар. Йорт алдындағы ихата биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: юлға асфальт түшәлгән, газондар матур, бәләкәй ҡойма менән уратып алынған, сәскәләр ултыртылған. Эскәмйәләр, улар эргәһенә сүп һауыттары ҡуйырға ла онотмағандар. Хәҙер йылы, тымыҡ кистәрҙә йортта йәшәүселәр ихата алдына сығып, гәпләшеп ултыра ала.

– Ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә арналған «Башҡортостан ихаталары» республика программаһы быйыл старт алды. Беҙ шунда уҡ унда ҡатнашырға булдыҡ, – тип һөйләне «БХ» хәбәрсеһенә Аксаков ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Абдрахманова. – Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе ауыл кешеләренең дә матур, таҙа, ҡаралған ихаталары булырға тейеш. Киләсәктә лә йыл һайын ошондай берәр ихатаны төҙөкләндерергә һәм уны бәләкәй генә ожмах мөйөшөнә әйләндерергә ниәтләйбеҙ.



Зөлфиә Ғарифуллина.

Автор фотолары
Читайте нас: