Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Октябрь 2019, 12:26

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл (1919 - 2005)

Мостай Кәрим көндәлектәренән

Ожмах һәм тамуҡ тибеҙ. Улар бит беҙҙән һуң килер быуындарға ҡаласаҡ эштәребеҙ – изге һәм яуыз эштәребеҙ, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, дөрөҫөрәге, шул эштәр тураһындағы ике төрлө хәтер – изге һәм яуыз хәтер. Беҙҙең турала изге хәтер йәшәһә, рухыбыҙ ожмахта буласаҡ, яуыз хәтер йәшәһә, рухыбыҙ тамуҡта ғазап сигәсәк. Ожмахты йәки тамуҡты тере саҡта уҡ әҙерләп ҡуябыҙ.

Был донъяла бер ожмахта булдым,

Бер һуғылдым тамуҡ тарафына.

Йәнем бер саҡ килеп ҡунмаҫ микән

Тамуҡ менән ожмах араһына?

***

Эштәре мөшкөлләнһә, ткешеләр тәңрегә барып тотона: йә Хоҙай, йә Раббым!

***

Иң саф, иң хәйләһеҙ һәм мәкерһеҙ, иң намыҫлы кешеләрҙе тиҙерәк бысраталар. Улар, бахырҙар, аҡ күлдәк ише, кер күтәрә алмайҙар...

16.XI.93
Читайте нас: