Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2019, 11:59

Көс бирә, йәшәртә һәм тағы...

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң файҙаһы тураһында күп яҙалар. Беҙ ҙә «Башҡортостан» гәзитенән алынған бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Сөгөлдөрҙөң шифалы үҙенсәлектәре тураһында белеп бөткәнбеҙҙер инде хәҙер. Шулай ҙа түбәндәге рецептты иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.


1,5 килограмм таҙартылған сөгөлдөрҙөң һәр береһен дүрт-биш өлөшкә бүлеп, өҫтөнә ике литр ҡайнар һыу ҡоябыҙ, шунан уртаса утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа берәр аш ҡалағы шәкәр һәм алма һеркәһе ҡушып болғатабыҙ. Дауалау үҙенсәлегенә эйә төнәтмә күп кенә килеп сыға, шуға һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Ашарҙан алда көнөнә өс-дүрт тапҡыр 30-40 мл төнәтмәне эсәбеҙ, бер-ике киҫәк сөгөлдөрҙө ашайбыҙ.


Нимәгә файҙалымы? Был рецепт буйынса эшләнгән сөгөлдөр ҡандың сифатын яҡшырта, бауырҙы таҙарта, яман шеш күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлай, организмда кислородтың үҙләштерелеүен тиҙләтә, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы эшмәкәрлеген көйләй, ҡан баҫымын төшөрә, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтергәнлектән йәшәртеү һәләтенә эйә, ҡан тамырҙарын, һөйәктәрҙе нығыта, көс бирә, һимереүҙән һаҡлай.

Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: