Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2019, 17:42

Ҡышын юлдар торошона ҡайһы ойошмалар яуаплы?

Көҙҙөң һуңғы айы башланды. Тәүге ҡар ҙа төштө, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ҡаланың ҡайһы ойошмалары юлдарҙы таҙартып торор икән?

Ошо арала Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте ҡышын юлдарҙы ҡарау йәһәтенән муниципаль контракттар үтәүгә аукцион уҙғарҙы.


Шулай итеп, ҡала урамдарын боҙҙан һәм ҡарҙан таҙартыуға түбәндәге ойошмалар яуап бирәсәк.

Ҡаланың үҙәк өлөшө өсөн – «Бәләбәй коммуналсыһы» предприятиеһы (телефондары: 8-937-473-50-02; 8 905-002-21-60; 8 937-361-30-43).

Пионер урамынан Имәнлеккәй микрорайонына тиклемге кварталдар – «РосТрансСигнал» йәмғиәте (8-919-148-81-02).

Имәнлеккәй микрорайоны – Үзбәков С.Р. индивидуаль предприятиеһы (8-937-333-71-57).

Төньяҡ-1, Төньяҡ-2, Урманлы микрорайондары – «Бәләбәй юл төҙөлөшө идаралығы» (8-917-043-85-70);

Ҡояшлы, Өҫән, Яланҡай, Ҡарлуғас, Девон микрорайондары өсөн – «Юл төҙөлөшө сервисы» йәмғиәте (8-917-754-75-35).


Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: