Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2019, 14:53

Халыҡ күңеле шишмәһе һайыҡмаҫ

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған I «Йәншишмә» башҡорт мәҙәниәте фестивале башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауға тағы бер аҙым булды.



Фестиваль районда тәүге тапҡыр уҙғарылды, шулай ҙа тыуған мәҙәниәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә теләүселәр бихисап булды. Байрамды ойоштороусы «Аҡмулла» башҡорт үҙәгенә райондың белем биреү ойошмаларынан һәм мәҙәниәт учреждениеларынан 42 заявка килгән.

«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге фойеһында фестивалгә килеүселәрҙе белем биреү ойошмалары тәҡдим иткән декоратив-ғәмәли ижад әҫәрҙәре күргәҙмәһе ҡаршы алды.

Залда көнө буйы башҡорт халыҡ көйҙәре яңғырап торҙо, шуҡ бәләкәстәр, дәртле мәктәп уҡыусылары, етди өлкәндәр түҙемһеҙлек менән үҙҙәренең сәхнәгә сығыр ваҡыттарын көттө. Төрлө жанрҙарҙа сығыш яһап, улар йыйылғандарға төрлә төҫлө костюмдарын күрһәтте, сағыу таланттарын бүләк итте. Ә Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәлих Хәйруллин етәкселегендәге жюри ағзалары һәр сығышты ғәҙел баһаларға ынтылды.


Жюри соствына шулай уҡ «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге директоры урынбаҫары Илдус Рәзетдинов, 1-се сәнғәт мәктәбе директоры Денис Сәлиев, яҙыусы Камил Фазлый һәм Бәләбәй гуманитар-техник колледжының ритмика уҡытыусыһы Заримә Ғәбиҙуллина ингәйне.

Ысынлап та, шундайын күп таланттар араһында кемдәрҙелер айырып күрһәтеү еңел булманы. Халыҡ таланттарын дүрт номинация: йыр, бейеү, шиғыр уҡыу һәм музыка ҡоралында уйнау буйынса баһаланылар.


Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгәйне: уларҙың иң бәләкәйенә – 4, иң өлкәненә 74 йәш ине. Урындар йәш категорияларына ҡарап бирелде: ете йәшкә тиклем; етенән 14 йәшкә тиклем; 14-тән 18 йәшкә тиклем һәм ун туғыҙ йәш һәм унан өлкәндәр. Еңеүселәрҙең, призерҙар һәм дипломанттарҙың барыһының да исемдәрен атап бөтөү мөмкин түгел, шуға иң-иңдәрен генә һанап китәйек.




Шулай итеп, музыка ҡоралында уйнаусылар араһында еңеүселәр: Юлиана Артемьева (Үҙәк мәҙәниәт һарайы), «Дарман» ҡурайсылар ансамбле ( башҡорт гимназия-интернаты) һәм Анжела Әүбәкирова («Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге).

Тасуири уҡыу номинацияһында Азалия Ғималетдинова (башҡорт гимназия-интернаты) һәм Динара Ғәзизйәнова (Бәләбәй гуманитар-техник колледжы) иң яҡшылары тип табылды.


Иң шәп бейеүселәр: «Йондоҙсоҡтар» дуэты (2-се «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһы), Милана Меркулова менән Дилиә Хәбибрахманова дуэты (татар гимназияһы), Лиана Мостафина (етәксеһе Фидалия Фәррәхова) һәм Фидалия Фәррәхова.

«Дуҫлыҡ» («Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге, етәксеһе Н. Фәрхетдинова), «Һандуғасым» (Өҫән-Ивановка ауылы, етәксеһе З. Әүбәкирова) вокаль ансамблдәре һәм Эльмира Малиҡова иң шәп йырсылар исемен алдылар.


Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар, еңеүселәр һәм призерҙарға маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.




Байрам сағыу, матур, йыр-моңға, бейеүҙәргә, нәфис һүҙгә бай үтте. Ул традиционға әйләнер, йыл һайын уҙғарылыр тигән фекер яңғыраны. Киләһе йылда унда декоратив-ғәмәли ижад менән шөғөлләнеүселәр ҙә саҡырыласаҡ. Оҫталар, әҙерләнә тороғоҙ!

Зөлфиә Ғарифуллина.

Автор фотолары
Читайте нас: