Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь 2019, 12:53

Мәсеттә ҡунаҡта булдылар

Ҡалабыҙҙың тарихи мәсете ярайһы уҡ йәнле тормош менән йәшәй.

Мәғлүм булыуынса, йәй буйы уның икенсе корпусында (элекке «Тирәккәй» балалар баҡсаһы бинаһы) ремонт эштәре барҙы, ишек алдында өҫтәмә бина төҙөлдө, ихата ҡойма менән әйләндереп алынды, аҙна һайын йыйыштырыу-таҙартыу һәм башҡа шундай эштәрҙе башҡарыу өсөн өмәләр уҙғарыла. Әйтергә кәрәк, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ҡулдарынан килгәнсә ошо изге эшкә үҙ өлөштәрен индерергә тырыша.

Аллаһы бойорһа, төҙөлөш эштәре тамамланғас, бында мәҙәни-ағартыу үҙәге булдырыу, унда өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө түңәрәктәр ойоштороу, туған тел, әҙәп-әхлаҡ дәрестәре үткәреү, милли аштар әҙерләү һәм уларҙы өйрәтергә оҫталыҡ кластары уҙғарыу күҙ уңында тотола.

Тарихи мәсеткә йома намаҙҙарына дин тотоусылар айырыуса күп йыйыла, ҡайсаҡта уларҙың һаны илле-алтмышҡа етә. Мәрхүм яҡындары рухына доға уҡытырға килеүселәр ҙә арта бара. Мәсет магазинында дини китаптар, хәләл ризыҡ һ.б. һатып алырға мөмкин.

Балаларға әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙе, уларҙың баласағына йылылыҡ өҫтәүҙе мәсет хеҙмәткәрҙәре иң мөһим бурыстарҙың береһе тип һанай. Әйтәйек, күптән түгел балалар йортонда тәрбиәләнеүсе йәтим балаларҙы бында ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡабул иттеләр.

Улар намаҙ уҡыу бүлмәләрен, дини ғилем алыу класын ҡараны, гөлдәрҙең күплегенә иғтибар итте. Ә аш бүлмәһендә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы һыйлы табын көттө. Табын артында Илдар хәҙрәт Ғәлиев уларҙы мәсет тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, табын артында үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө.

– Балаларҙың күңелдәре былай ҙа бик нескә, ә йәтимдәренеке бигерәк тә. Беҙ, өлкәндәр, аҙ булһа ла уларҙың китек баласаҡтарына йылылыҡ, йәм өҫтәргә ынтылһаҡ ине, – тигән фекерҙә имам-хатиб.
Йыл һайын 3 декабрҙә ҡала һәм районда инвалид балалар өсөн һәр төрлө саралар уҙғарыла, уларға бүләктәр әҙерләнә. Мәсеттәр ҙә был эштән ситтә ҡалмай, йыл һайын уларға бүләктәр әҙерләй. Быйыл да Приют мәсете, ҡаланың яңы һәм тарихи мәсеттәре 400-ләп инвалид балаға күстәнәстәр хәстәрләй, уларҙы Үҙәк мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ ҙур сарала тапшырырға ниәтләйҙәр.


Зәйфә Сәлихова мәҡәләһен Зөлфиә Ғарифуллина тәржемә итте.

Илдар Ғәлиев фотолары.
Читайте нас: