Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2019, 14:00

Радий Хәбиров бар залды иларға мәжбүр итте

Республика башлығының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә әйткән һүҙҙәре һәм күрһәтелгән видеоролик етәкселәрҙе лә битараф ҡалдырманы.


Радий Хәбиров үҙ сығышында быйыл матди байлыҡҡа түгел, ә мәңгелек ҡиммәттәр, кешелеклек, берҙәмлеккә ынтылырға өндәне. Республика менән бергә үҫешәйек! Мөрәжәғәтнамәләге иң төп цитата тиергә лә мөмкин. Әйткәндәй, быйыл ул депутаттарға ғына ғына түгел, мөрәжәғәтнамә аралашсыларһыҙ, тура халыҡҡа йүнәлтелде.



Радий Хәбировтың был икенсе мөрәжәғәте. Шуға ла ул бер йыллыҡ ҡаҙаныштар һәм киләһе йылдарға ҡуйылған маҡсаттар менән бергә үрелеп барҙы. Шулай ҙа былтырғынан мөрәжәғәтнамә аныҡ күрһәтмәләре менән айырыла. Республика етәксеһе үткән сығышында 19 тапҡыр «ҡушам» йәки «һорайым» тигән һүҙҙәр ҡулланһа, был юлы төҙөйбөҙ, асабыҙ, файҙаланыуға тапшырабыҙ, тигән һүҙҙәр йышыраҡ яңғыраны.


Республикаға иҡтисади драйв, инвестиция ынтылышы кәрәк. Был йәһәттән алға китеш бар. Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә 15 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Үткән йылдарҙа был күрһәткес юҡ кимәлендә булған.

– Беҙ артабан да республика һәм федераль ҡаҙнанан финанстар йәлеп итәсәкбеҙ. Әммә ришүәтселек менән уғрылыҡҡа кәртә ҡуясаҡбыҙ , – тине Радий Фәрит улы.
Предприятиелар йәшәй икән, халыҡҡа эш урындары бар тигән һүҙ. Радий Хәбиров мәшғүллеккә бәйле мәсьәләләрҙә ҡәтғи буласағын белдерҙе.


Шулай ҙа иң ҙур проблема тип Радий Фәрит улы демографияны билдәләне. Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләүгә әүрәп, әсәлек һәм аталыҡ бәхете тураһында онотоп киттек. Ҡиммәтле автомобиль, ҙур фатир, сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу бала йылмайыуынан мөһимерәк була алмай. Был хәҡиҡәтте дәлилләп Радий Хәбиров залдағыларға «Минең атайым алдаша» видеоролигын күрһәткәс, Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырылғандарҙың күбеһенең күҙҙәре йәшләнгән.


Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: