Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Декабрь 2019, 14:46

Иҫтәлекле осрашыу

Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернатында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының туған телдәр волонтерҙары «Һүҙ эйәһе» фестивале ойошторҙолар, тип яҙа редакцияға уҡыу йорто тәрбиәсеһе Әлфиә Шафиҡова.

Был сараның етәксеһе – университеттың өлкән уҡытыусыһы Гөлназ Ижбаева.

Фестивалде сарала ҡатнашыусылар башҡарыуында яңғыраған Башҡортостан Республикаһы гимны асҡан.


Программаға ингән квест-уйында ҡатнашыу өсөн гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова етәкселегендә ун уҡыусынан торған команда төҙөлгән. Командалар барлығы ун бер станция үтеп, үҙҙәренең төрлө яҡлап һәләтле булыуҙарын күрһәткән.



Тыуған яғыбыҙҙың матур урындарын фотоға төшөрөп, инстаграмға һалыу, тиҙәйткестәр әйтеү ҡыҙыҡлы һәм айырыуса мауыҡтырғыс булған. Балалар үҙҙәренең бейеүгә оҫталыҡтарын да күрһәткән, ә «Дуҫлыҡ ағасы» станцияһында уҡыусыларҙың мәғәнәле фекер йөрөтә белеүе, әхлаҡ ҡағиҙәләре тураһында белемдәренең тәрәнлеге билдәле булған.

Төрлө биҙәүестәр ҡулланып, түшелдеректәр тегеү, ҡурсаҡтар яһау ҡыҙҙар өсөн айырыуса әһәмиәтле булһа, егеттәр үҙҙәренең саялығын спортта күрһәткән.


Квест-уйын тамамланғас, студенттар уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында әңгәмә лә ойошторғандар.

Сара аҙағында еңеүселәргә сертификаттар, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған.

– Балаларҙың йөҙҙәрендә – ҡәнәғәтлек, күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары уйнай ине, сөнки был осрашыу уларҙың күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, – тип тамамлаған хатын тәрбиәсе.
Зөлфиә Ғарифуллина уҡыны
Читайте нас: