Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2020, 14:30

Һөнәрле эшен күрһәтер

Юлиә Егорова Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатына 1-се класҡа уҡырға Савкино ауылынан килде.




Төркөмдәрендә төрлө милләт: башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм мари балалары менән бер туғандай аралашып, дуҫ булып, ул хәҙер 6-сы класҡа етте.

Юлиәгә сабыр холоҡло, ярҙамсыл, дөрөҫлөк яҡлы булғаны һәм һәр эшкә етди ҡарағаны өсөн йыл һайын староста вазифаһын йөкмәтәләр. Ул – уҡыу алдынғыһы, тик «биш» билдәләренә генә уҡырға ла, класташтан тыш сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә, йыл һайын гимназияла уҙғарылған математика, рус теле фәндәре буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була.


Бөтә Рәсәй, республика кимәлендә үткән сараларҙа ла Юлиә үҙен һынап ҡарай һәм, әлбиттә, уның тырышлығы юғары баһалана.

Уның һүрәт төшөрөү нескәлектәренә төшөнә белеү һәләте лә ҡыуандыра, сөнки ул үҙенә генә хас булған оҫталыҡ менән башҡарып, бихисап диплом һәм грамоталарға лайыҡ була.


Йыл һайын гимназиябыҙ бинаһында муниципаль кимәлдә үткән мәктәп балаларының «Киләсәк интеллекты» фәнни-эҙләнеү конференцияһында ла Юлиә үҙенсәлекле темалар менән сығыш яһай.

Уҙған уҡыу йылында социаль педагог Зөбәржәт Ваһапова етәкселегендәге «Портфелдең уҡыусы һаулығына йоғонтоһо» тип аталған көнүҙәк темаға сығышы менән икенсе дәрәжә диплом менән баһаланды ул, ә быйылғы уҡыу йылында ул гимназия кимәлендә «Азат Ҡарасурин – донъя чемпионы» тип аталған теманы һайланы.

– Мине Ҡарасуриндың ҡаҙаныштары ҡыҙыҡһындыра, сөнки ул мин уҡыған гимназияла белем алғанда уҡ спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлай һәм шул йылдарҙа уҡ Сочиҙа үтәсәк олимпиадаға әҙерләнә. Киләсәктә уның тормош юлы һәм ҡаҙаныштарын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында донъя чемпионы менән осрашырға теләгем бар, – ти Юлиә.
Тырыш ҡыҙға артабан да юғары күрһәткестәргә эйә булырға насип булһын, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе
Читайте нас: