Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2020, 17:11

Шиғырҙарым һәм йырҙарым – минең яҙмышым

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Шағир-фронтовиктар” саралар циклына ярашлы, Үҙәк китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү һәм милли әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре шағир-фронтовик Ҡадир Даяндың ижадына бағышланған хәтер сәғәте уҙғарҙы.


Ул республиканың әҙәбиәт донъяһында талантлы шағир, прозаик, драматург, популяр йыр һүҙҙәре авторы булараҡ билдәле. Шағир бер шиғырында “Йәндәрҙе дауалаусы доктор булырға теләйем” тип билдәләй. Ысынлап та, Ҡадир Даяндың шиғри юлдары күңелдәрҙе дауаларға һәләтле.


Ҡадир Даяндың тормош юлы Силәбе өлкәһенең иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле, ҡуйы урмандарға, төпһөҙ зәңгәр күлдәргә бай Ҡоншаҡ ауылында башлана. Ҡадир Хәким улы Даянов ошо ерҙә 1910 йылдың 14 февралендә донъяға килә. Ошо ерҙә буласаҡ шағирҙың шиғри һәләте асыла.



Алып барыусылар Рәсимә Сәлимова менән Алһыу Шәрипова 15-се мәктәп уҡыусыларына, медицина колледжы студенттарына шағир тураһында уның шиғырҙары, ҡыҙы Луизаның, ҡәләмдәштәренең хәтирәләре аша бәйән итте. Влад Михальчук, Анастасия Климачева, Эвелина Акимова (15-се мәктәп), Гөлсәсәк Йосопова, Алина Абдрахманова (БМК) уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.


Шағирҙың фронт тормошонан ҡыҙыҡлы факттар, рәссам Николай Жуков менән дуҫлығы сарала ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Билдәле рәссам, баҡһаң, шағирҙың образына йыш мөрәжәғәт иткән икән – портреттарҙы, эскиздарҙы уға ҡарап төшөргән. “Шайморатов генерал” шиғыр-йырының нисек яҙылыуы тураһында ла белде йыйылғандар. Ысынлап та, Миңлеғәли Шайморатовты легендар, быны ваҡыт күрһәтте, йырында данлап, автор композитор Заһит Исмәғилев менән бөгөн дә ҡыйыулыҡҡа, батырлыҡҡа үҙенсәлекле һәйкәл ҡоя.


Хәтер сәғәте “Шиғырҙарым һәм йырҙарым – минең яҙмышым” тип аталған китаптар күргәҙмәһенә байҡау менән тамамланды.


Рәсимә Сәлимова, Үҙәк китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү һәм милли әҙәбиәт бүлеге китапханасыһы
Читайте нас: