Ул гимназия кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла актив ҡатнаша һәм йыш ҡына диплом , грамоталарға лайыҡ була. Карина, биш йыл дауамында Бәләбәй ҡалаһының художество галереяһына йөрөгәнлектән, ҡул эштәре серҙәренә төшөнөп, оҫтарып бөткән. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уны бөхтә, иҫ китмәле нескәлек менән, еренә еткереп, ижади башҡара. Шунлыҡтан уның байтаҡ эштәре галереяла урын ала.
Тырыш ҡыҙҙың әсәһе: «Каринабыҙ аш-һыуға бик уңған. Уның бешергән аҙыҡтары тәмле, эстетик яҡтан уйланылған. Ул биҙәкләп төрлө-төрлө турамалар һәм торт әҙерләргә әүәҫ», – тип ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.
Каринаның һүрәт төшөрөү һәләте лә юғары кимәлдә, шул сәбәпле ул Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм төҙөлөштөң нефть һәм газ тармаҡтары профсоюзының Башҡортостан республика профсоюз ойошмаһы «Башнефтьсервис» йәмғиәтенең беренсел профсоюз ойошмаһы тарафынан уҙғарылған балалар һүрәттәре конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, беренсе урын алды. Былтырғы һүрәте «Ата-әсәйемдең һөнәре» тип атала ине, ә быйыл «Әсәйемдең портреты» тигән темаға һоҡланғыс иллюстрация эшләне. Уның был картинаһында әсәһенең мөләйем йөҙө ҡояштай балҡып тора, төҫтәр композицияһы ла уңышлы һайланылған.
Каринаны был тырышлығы өсөн 1-се дәрәжә диплом һәм ҡиммәтле сертификат менән бүләкләнеләр.
Гимназиябыҙҙа шундай ҡыҙҙарҙың булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.