Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Март 2020, 14:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тигәндәр бит. Һаҡланайыҡ!

Эпидемиянан пандемияға әйләнгән был коронавирус бөтә донъяны ҡурҡытып тота. Сирләп киткән кешегә ваҡытты юғалтмай дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм тиҙ арала дауалана башларға кәрәк.

Ябай гриптан нисек айырыла был коронавирус? «Роспотребнадзор» был йәһәттән аңлатмалар бирә.

Билдәләнеүенсә, был сирҙәрҙең симптомдары бер иш, улар ауырыуҙың ауырлығы менән айырыла. Шулай уҡ коронавирус яйыраҡ тарала.

«Гриптың инкубация ваҡыты ҡыҫҡараҡ (зарарланғандан алып симптомдар килеп сыҡҡанға тиклемге ваҡыт). Ул үҙен өс көн эсендә белдерһә, яңы вирусҡа биш-алты көн кәрәк» тиелә аңлатмала.

Грипты башлыса балалар таратһа, коронавирус менән 0-19 йәшлектәр сирләмәй тиерлек. Ауырыу башлыса өлкән йәштәгеләр өсөн ҡурҡыныс. Улар ҡыйыныраҡ үткәрә һәм хроник сирҙәре булыуы сәбәпле күберәк үлә.


«Был ике вирустың симптомдары оҡшаш. Ә бына ауыр хәл осраҡтары айырыла. Коронавирус менән сирләгәндәрҙең 80 проценты еңел һәм симптомһыҙ үтә, 15 проценты – ауыр, ул оксигенация талап итә, биш проценты – критик, вентиляция талап иткән осраҡтар. Грипп менән сағыштырғанда, коронавирус менән сирләгәндәр араһында ауыр осраҡтар күберәк», – тип хәбәр итә «Роспотребнадзор».

Коронавирустан үлем осраҡтары ла күберәк. Был сирҙе йоҡторғандарҙың 3-4 проценты һәләк булһа, гриптан – 0,1 процент. Шулай уҡ, күҙәтеүҙәргә ярашлы, коронавирус менән бер сирләгән кеше йәнә зарарлана ала.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевт-пульмонологы Александр Чучалин ауырыуҙың нисек үтеүен билдәләне.


«Сир төп дүрт этаптан тора. Беренсеһе – вирусемия. Ябай һалҡын тейеү симптомдары, бер ҡурҡынысы ла юҡ кеүек. Ете-туғыҙ көн дауам итә. 9-14 көндә вируслы-бактериялы пневмония формалаша. Был осорҙа тын алыу юлдарында бактериялар, микроорганизмдар арта», – ти ул.

Табип белдереүенсә, был этапта сирҙе башланғыс стадияһында асыҡларға мөмкин. Әгәр хәл медиктар контролендә түгел икән, сир тарала һәм ныҡлы ауырлыҡтар барлыҡҡа килә. Кешенең үҙаллы тын ала алмай башлауы ихтимал. Сирҙе туҡтатмаһаң, ул артабан аҙа һәм ғүмер өсөн ҡурҡыныс булған синегной таяҡсаһы, бәшмәктәр ҡушыла.


Ҡыҫҡаһы, сирләй башланығыҙ икән, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ. Сирҙе аҙҙырмай ғына алдараҡ дауалай башлау яҡшы һөҙөмтәгә килтерәсәк.


Зөлфиә Ғарифуллинҙа әҙерләне
Читайте нас: