Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Март 2020, 14:12

Тротуарҙар, юлдар, ихата биләмәләре…

Муниципаль район хакимиәтендә уҙған сираттағы тура бәйләнеш Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге темаһына бағышланды.

Бер сәғәт дауамында хакимиәт башлығы урынбаҫары Наил Ғүмәровҡа һигеҙ кеше мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, Ленин урамындағы 5-се йортта йәшәүсе Николай Никифоров тротуарҙарға ҡом һибеү кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. «Пионер һәм Интернациональ урамдарындағы ҡайһы бер урындарҙа йығылып, йәрәхәт алырға мөмкин», – тине ул.

Наил Камил улы яҡын арала «Коммуналсы» предприятиеһы тротуарҙарҙы ҡараясағы, ә ҡом һибеүгә идарасы компаниялар яуаплы булыуы хаҡында әйтте. Шулай уҡ ҡала халҡын үҙгәреүсән һауа торошо осоронда айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы.


Совет урамындағы 54-се йортта йәшәүсе ҡатын йорт янындағы биләмәне йәшелләндереү өсөн ер килтерер өсөн кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белеште. Идарасы компаниялар был хеҙмәтте айырым хаҡҡа башҡарғанлыҡтан, мәсьәләне торлаҡ биналар милекселәренең дөйөм йыйылышында ҡарарға кәңәш иттеләр.


Ике шылтыратыу юлдарҙы ҡышын ҡарҙан таҙартыуға ҡағылды. Ветерандар урамына, бер шылтыратыусы әйтеүенсә, «Коммуналсы» предприятиеһы тракторы бер генә тапҡыр килгән. Ул да булһа, Яңы йыл алдынан. Әйткәндәй, был урамда йәшәүселәр «БХ»-ға яҙған хаттарында күпләп ҡар яуғындан һуң нисек итеп цивилизацияға – Ҡыҙыл урамына машиналарын көрткә батыра-батыра сығыуҙары хаҡында яҙғайнылар.

Көнсығыш урамында йәшәүсе лә «Коммуналсы» предприятиеһының ҡышын урамды ҡарҙан таҙартмауҙарына зарланды. Ул шулай уҡ Шоссе һәм Йыһазлы урамдары сатында йәйәүлеләр сығыу урыны билдәһе ҡуйыуҙарын һораны. Ҡала кешеләре, айырыуса өлкән йәштәгеләр шул урындан сыҡҡанда ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя.

Ленин урамының 34-се йортонда йәшәүселәр ихата яғынан йорттарының фасадын тәртипкә килтереүҙәрен һораны.


Войков урамындағы 109-сы йортта йәшәүселәр күп фатирлы йорттарға йылының һауа торошона ҡарап бирелмәүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

– Күп фатирлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе көйләү өсөн «САРТ» – йылыны автоматик көйләү системаһын ҡуйырға кәрәк. Бәләбәйҙә был системаны файҙаланған йорттар бар инде, – тип аңлатты Наил Камил улы. – Уны ҡуйыу тураһында ҡарар милекселәрҙең дөйөм йыйылышында хәл ителә, сөнки системаны йортта йәшәүселәр үҙҙәре һатып ала.
Ҡала кешеләре шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү мәсьәләләрен дә ситләтеп үтмәне.


Тура бәйләнеш барышында бөтә һорауҙарға ла ентекле яуаптар брелде. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ.


Римма Солтанова материалын Зөлфиә Ғарифуллина тәржемә итте

#Белебеевскиеизвестия#администрацияМРБелебеевскийрайон#прямаялиния#ЖКХ
Читайте нас: