Табиптар раҫлауынса, дөрөҫ туҡланыу сәләмәтлеккә генә түгел, кәйефкә лә йоғонто яһай. Ул күтәренке булһын өсөн нимә ашарға һуң? «Башҡортостан» гәзите табип-неврологтарҙың кәңәштәрен тәҡдим итә.
Ыңғай хис-тойғолар өсөн яуап биргән матдәне – серотонинды алыштырған аҙыҡ ашарға кәрәк. Мәҫәлән, шоколад, банан, сыр, һөт аҙыҡтары, ҡош-ҡорт ите тап шундайҙарҙан һанала. Эксперттар әйтеүенсә, углеводҡа бай шәкәр һәм шәрбәтле аҙыҡтарҙы аҙыраҡ ашарға кәрәк. Нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн составында омега-3 май кислотаһы булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреү яҡшы. Мәҫәлән, диңгеҙ балығы, сәтләүек, үҫемлек майы.