Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Апрель 2020, 14:03

Рәсәй илһөйәре ул

Бәләбәй Башҡорт гимназия-интернатында күп йылдар арыу-талыу белмәй хеҙмәт итеүселәрҙең береһе – Азамат Аҙнабаев.



Тәүге йылдарҙа ул Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихын уҡытып, балаларҙа тыуған республикабыҙға һөйөү тәрбиәләһә, хәҙерге ваҡытта Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненә бар күңелен биреп, Рәсәй илһөйәрҙәре әҙерләй һәм, атайҙарса хәстәрлекле булып, тәрбиәсе эшен дә алып бара.




Гимназиябыҙҙа уҙғарылған бар сараларҙа ла ҡатнашып, кинәнеп эшләп йөрөй ул.

Азамат Азат улының тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары бихисап тупланған. 10 класс егеттәрен тәрбиәләү һәм өйрәтеү сборҙарындағы бурысты намыҫ менән уңышлы үтәгәне өсөн Бәләбәй районы Мәғариф идаралығынан 10 йыл рәттән уны Маҡтау грамоталары менән бүләкләп килделәр. Республика кимәлендә Белорет ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр «Хәүефһеҙлек мәктәбе» тип аталған биш көн дауамында үткәрелгән сарала ул ойошторған «Башҡортостан – Легион БГИ» командаһы конкурста 50-гә яҡын мәктәп араһында призлы урынға лыйыҡ булды.



Быйылғы уҡыу йылы башында уны Бәләбәй районы хакимиәте күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән киләсәк быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләне.


Уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшенең һөҙөмтәһе йылдар үткәс билдәле була. Азамат Азат улы ла балаларҙы рухи яҡтан камил итеп, илһөйәрҙәр тәрбиәләй тип әйтергә мөмкин, сөнки беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, хәрби уҡыу йорттарын тамамлап, илебеҙ һағында төрлө тарафтарҙа намыҫ менән хеҙмәт итәләр.


Бына уларҙың бер нисәһе.

Глеб Куликовский – Рәсәйҙең Төньяҡ флотында диңгеҙ офицеры. Сүриәләге хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр орден-миҙалдар менән наградланған.

Юлай Әминев – Рәсәй – Ҡытай сигендә капитан.

Вилсур Ғәбдрәхимов Алыҫ Көнсығышта өлкән лейтенант булып хеҙмәт итә.

Рәмил Йәғәфәров Һамар медицина институтының хәрби-ялан хирургияһы факультетында уҡый.

Азат Ҡарасуриндыла әйтмәй үтеү мөмкин булмаҫ, сөнки ул Рәсәй спортсылары менән бер рәттән илебеҙ исеменән ярыштарҙа ҡатнашып, алтын миҙалға һәм башҡа наградаларға лайыҡ булды.

«Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреп ҡыуаныуҙан да шатлыҡлы нимә юҡтыр ул», – ти коллегабыҙ Азамат Азат улы.
Коллективыбыҙҙа ошондай хеҙмәткәр булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.

Әлфиә Шафиҡова, тәрбиәсе
Читайте нас: