«23 апрелдә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана, беҙ, мөьмин мосолмандар, ураҙа тотабыҙ. Быйыл ул 30 көн – 24 апрелдән 23 майға тиклем бара. 24 май – Ураҙа байрамы. Ошо изге ай тыныслыҡта һәм именлектә үтһен», – тип белдерҙе ул.
Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө үҙенең мөрәжәғәтендә белдереүенсә, ураҙа «ата-бабаларыбыҙҙың да тормошонда» булған бәлә-ҡазаларҙы һәм мохтажлыҡты үткәреп ебәрергә ярҙам итә.
Уның һүҙҙәренсә, диндар кеше үҙенең Тыуған илен намыҫ менән һаҡлаған. Шуға күрә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын «үҙ ваҡытындағы парад менән булмаһа ла, ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн ғүмерен биргәндәр өсөн доғалар менән» билдәләрбеҙ.
«Алла бирһә, был эпидемиялар ҙа үтер, ҡәҙимге тормош башланыр. Ураҙа тотҡанда йәшәүҙең нимә икәнен аңлауға ваҡыт бүлергә, ошо айҙы изгелек ҡылыуға, яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышларға тейешбеҙ. Мәсеттә йәмәғәт намаҙҙарын, йома намаҙҙарын уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм булһаҡ та, хәҙер иҫ киткес киң мәғлүмәт саралары, телевидение, телефондар, интернет бар – быларҙың барыһы ла күңел асыу өсөн генә түгел. Бында бер-берең менән аралашырға, белем менән уртаҡлашырға, тирә-йүндә барған хәл-ваҡиғаларҙы күрергә мөмкин. Рамаҙан байрамын да рәхмәт һүҙҙәре, ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ», – тип йомғаҡ яһаны Тәлғәт Тажетдин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне