Был сарала Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалалары халҡы, Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 яҡын һәм алыҫ сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант 305 600 кешене берләштерҙе. Сағыштырыу өсөн: былтыр үткәрелгән Халыҡ-ара диктантты 69 687 кеше яҙғайны.
Башҡорт теленән быйылғы диктантҡа Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән 39 214 кеше ҡушылды. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Владивосток, Яңы Уренгой, Владимир, Ноябрьск, Анапа, Мурманск, Якутск ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан ине. Шулай уҡ Ҡытай, АҠШ, Канада, Португалия, Төркиә, Швейцария, Германия, Испания, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия, Абхазияла йәшәгән 3395 милләттәшебеҙ ҙә телһөйәрлек миссияһын ихлас үтәне.
Ә инде үҙебеҙҙең республикаға килгәндә, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантты ойоштороусылар Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Учалы, Дыуан Көйөргәҙе, Кушнаренко, Ҡариҙел, Салауат, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары етәселеген айырыуса маҡтап билдәләне.
Эпидемиологик хәлгә бәйле алтынсы йыл рәттән үткәрелгән акция үҙенең тарихында тәүге тапҡыр онлайн тәртиптә үтте. Тура тапшырыу Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә барҙы. Әйткәндәй, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу тәүге тапҡыр ойошторолдо. Унда 51 345 кеше ҡатнашты, был үҙе үк әлеге диалекттың халыҡ араһындағы ихтыяжын асыҡ күрһәтә.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы белешмә: быйылғы диктантта ҡатнашыусы иң оло кеше – Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Миңлеғолов, ә иң бәләкәйе Баймаҡ ҡалаһынан биш йәшлек Нәйлә Байегетова булды. Тап уларҙың һәм Амур өлкәһе Белогорск ҡалаһында хеҙмәт итеүсе һалдат Азамат Рәхимовтың фотоһы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан #БашДиктант2020 хештегы аҫтында ҡуйылған иң яҡшы фотолар тип табылған.