Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2020, 17:03

Урыны ожмахта булһын

Иҫ киткес моңло йырсы, композитор Булат ағайҙың («Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып» йыры ғына ла ни тора!) вафатын ишеткәс, уның тураһында күңелдә һаҡланған хәтирәләр яңырҙы.



Ул актив йәмәғәтсе, башҡорт гимназия-интернатын һалыуҙа күп тырышлыҡ күрһәтеү менән бергә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә Бәләбәйҙә күп көс ҡуйҙы. Булат ағай күңелдә яҡты, эскерһеҙ, ғәҙел кеше булып йәшәй. Минең байтаҡ шиғырҙарыма көйҙәр яҙҙы, рәхмәт уға.

Бәләбәй төбәгенең «Аҡмулла» ойошмаһы, башҡорт гимназияһы коллективы 2012 йылда бик матур итеп уның 70 йәшлек юбилейын уҙғарғайнылар. Шул ваҡытҡа яҙылған әлеге шиғырым Булат ағайҙың рухына доға булып барһын.

Уның моңо

Сылтыр шишмә, йыртып тау күкрәген,

Илтә йырын, илтә йыраҡҡа.

Уның моңо бәғеренән урғый

Һәм юл ала һәр бер йөрәккә.


Шундай яҡын, шундай тәрән моң ул,

Моңһоҙҙарҙы хатта илата.

Ҡалын юрған ябынып йоҡлап йөрөгән

Ғәмһеҙҙәрҙе хатта уята.


« Аҡылға кил, шашҡан заман! » – тиеп,

Иман булып шаҡый йәндәргә.

Уның моңон тыңлап, былбыл туҡтай

Һайрағанда алһыу таңдарҙа.


Еңел-елпе йырҙың ғүмеркәйе

Булһа була инде бер көнлөк.

Халыҡ йөрәгендә йәшәй, йәшәр,

Булат ағай моңо ғүмерлек.


Ысын йырсының моңо ғүмерлек.


Зәйфә Сәлихова
Читайте нас: