Быға тиклем халыҡ араһынан Салауатҡа ҡаҙылышлы йыйылған һәм бөгөнгө көндә йыйыла барған йырҙарҙың, легенда-риүәйәттәрҙең иҫәбе-һанына сығып бөтөрлөкмө икән? Легендар геойыбыҙ образын сағылдырған легенда-риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәре хатта үҙҙәренең традицион ҡалыптарынан да сығып та китә: йәғни, Салауат тураһында тулы йөкмәткеле, бөтөн сюжетлы, юғары пафослы әҫәрҙәрҙән тыш, тарихилыҡ һыҙаттарын һәм художестволы уйҙырмаларын да һаҡлаған, әммә сюжетһыҙ, айырым өҙөк-өҙөк эпизодтарҙан торған иҫтәлектәр осрай. Уларҙы заманында ғалим Ә.X. Вахитов «әңгәмәләр» тип атағайны. Ошондай әңгәмәләр батырҙың тормошона, көнкүреш үҙенсәлектәренә ентеклерәк үтеп инеү маҡсатында сығарылғандар, ахыры. Шул ғәҙәти эпизодтар аша халыҡ, нескә һәм оҫта итеп, Салауаттың бөйөклөгөн тағы ла нығыраҡ нигеҙләй. Легенда, риүәйәт, әңгәмә жанрының Салауат Юлаев репертуары шундай бай һәм күп төрлө, уны үҙ сиратында айырым төркөмдәргә бүлеп булыр ине: 1) тормош юлы һәм эшмәкәрлеге; 2) буй-һыны, йөҙө, ҡиәфәте; 3) туған-ырыуҙары, нәҫелдәре; 4) әйберҙәре; 5) уға бәйле ер-һыу атамалары.
Шулар эсендә Салауаттың бала сағын, үҫмер осорон сағылдырғандары ла күп кенә. Бына бер нисәһе.
...Өс-дүрт йәшендә ул туп-таяҡ уйнап йөрөгән. Уның асыуын килтерһәләр, 16-17 йәшлек егеттәрҙе һуҡҡан да йыҡҡан.
...Салауатты йәш сағында йылҡы көтөргә ҡушҡандар, ти. Көтә-көтә ул ялҡып киткән. Көтөүен ташлаған да иптәштәре янына уйнарға киткән. Уйнай башлағандар. Башлаһалар, уйынға хан, түрә юҡ. Ханһыҙ нисек уйын булһын? Салауат: «Әйҙәгеҙ, беҙ бына шул һуҡмаҡ буйына, бер таяҡ ара ҡалдырып, маяҡ ултыртайыҡ. Үҙебеҙ атҡа атланып, шәп итеп сабып барған саҡта шул маяҡты кем ауҙара ала, шул хан булыр», – тигән. Һәр малай һанына маяҡ ултыртҡандар, һәр кем үҙ маяғын ауҙарырға булған. Сабыша башлағандар, малайҙарҙың береһе лә маяғын ауҙара алмай икән. Салауат, бүреге менән бәреп, маяғын ауҙарған. Малайҙар:
–Салауат, шартты боҙҙоң бит, – тигәндәр.
–Эй, һеҙ, – тигән Салауат, – бер таяҡ ерҙән ҡул менән нисек маяҡ ауҙармаҡ кәрәк? Мин һеҙҙән башлыраҡмын икән, шулай булғас, мин башлыҡ булдым, – тигән.
Башта улар шулайбалаларса уйнағандар. Салауатһуңынанысынлап та башлыҡбулыпкиткән...
...Салауатбиш-алтыйәштәрҙәсағында әтәстәр, айғырҙар талашҡанын, кәзә, үгеҙҙәр һөҙөшкәнен, малайҙар көрәшкәнен күҙәткән, еңеү-еңелеү сәбәптәрен һорашҡан. Үҙҙәренең берәй айғырымы, әтәсеме еңелһә, ғәрләнгән.
...Салауатмоңдобикяратҡан. Улбикйәштәнүкйырсыларйырлаған, ҡарттарәкиәт һөйләгән ерҙә булған. Шуларҙың өйөндә ҡунып та ҡалған. Шуларҡалаәсәләренәнкүберәкшелтәалырбулған.
...Салауаттарҙыңикеәтәсебулған. Береһематурҡысҡырған, көсһөҙбулған, икенсеһеямантауышлыбулһа ла көслө булған. Салауатәтәстәрҙеңбатырлығын да, матурҡысҡырыуын да яратҡан. Беркөнатаһы, шаяртып:
–Йә, ҡайһыныһын ҡалдырабыҙ, – тип Салауаттанһорағас, улбернисәкөняуапбирәалмаййөрөгән. Беркөн теге матуртауышлыәтәстең сей ҡанғатуҙыпталаныпҡайтҡанынкүргәндә:
–Атай, быныңмоңлотауышынанбигерәк, таланып, тауыҡтарын сит әтәстәрҙән туҙҙыртып йөрөүхурлығыауырыраҡбулыр. Шулайҙа мин өйҙә юҡта һуйығыҙ, – тигән.
...Атаһы көтөүсеялларғабулһа, Салауат эште үҙ өҫтөнә алған. Улнисектәҡурайсыйәйырсыкешетабырғатырышҡан. Бер ваҡыт уларҙың көтөүсеһе ниндәйҙерхаталыҡменәнбербейәнеүлтергән. Ата-әсәләребыныбелгәс, көтөүсегәасыуланмаҡ булғандар. ШундаСалауат:
–Уныңберйырыберөйөр йылҡы тора, – тип, көтөүсене аралаған.
...Ауылдаалтыбашҡортялланыпйортһалаларикән. Быларҙыңикеһетаҡтаярыуэшендәбулған. Таҡтаныбикйыуанбүрәнәләрҙәнярғандар. Беркөндөшулайиңйыуанбер бүрәнәне тәгәрәтеп, ҡоролмағакүтәрепмендерәалмайяфаланғандар. Был башҡорттарҙыңалтыһы ла бүрәнәнемендерәалмайаҙапланғанда, Салауатосраған. Уләйткән:
–Ағайҙар, нишләйһегеҙ, үҙегеҙ тирләп-бешеп бөткәнһегеҙ?
БашҡорттарСалауаттыһанғаһуғыр-һуҡмаҫҡына:
–Күрәһең бит нишләгәнде. Бүрәнәнеҡорорлмағамендерепбулмай, – тигәндәр.
УлсағындаСалауатҡа ни бары уникейәшгенә булған. Уликебашҡортҡабүрәнәнеңикебашынансөйлөктөрмәҫөсөнгенәтотопторорғаҡушҡан. Ә үҙе шул йыуан бүрәнәнең уртаһынаноҙонарҡандыуратыпалған да, һыңарҡулыменәнгенәтартып, ҡоролмаға мендергән. Был башҡорттархайранҡалған. Алтыкешекүтәрәалмағанбүрәнәнейәшмалаймендергәнгәбикаптырағандар һәм оялғандар.
Шунанһуң, был егетябайкешетүгел,ысын батыр буласаҡ, тип һөйләшкәндәрһәмшулваҡыттаналыпуға батыр исеменбиргәндәр.
...БерзаманЮлайстаршинағаүслекешеләрауылғаяуменәнкилергәсыҡҡан. ШулсаҡСалауат:
–Атай, мин яуғаҡаршы барам, – тигән.
–Барма, балам, йәшһең, – тигән атаһы.
–Юҡ, атай, барам. Миңәаткәрәк, – тигән ул.
Атаһыниндәйгенәаттыкилтерепэйәрләпмендерһә лә, биле эйелә икән. «Был нишләп йәш кенә малайға аттың биле эйелә?» – тип аптырағанЮлай. Бер күк(әллә аҡбуҙмы) аттың ғына биле эйелмәгән. ШуныңменәнйөрөгәниндеСалауатаҙаҡ. Улсығыпкиткәс, халыҡйыйынеға йыйылған. ОшоваҡытСалауат эй атуйнатыпҡайтыпкергән, ти. Шунанхалыҡ:
–Салауатыбыҙ ҡайтты, батырыбыҙ ҡайтты, – тип шатланған, ти.
УлваҡыттаСалауатуникейәштәбулған. Улының батыр икәненатаһышунанбелгәнинде.
...Баярҙар, заводсыларЭҫемзаводынбашҡорттарҙан тартыпалынғанерҙәренәҡорғас, тағы ла киңәйтергәтеләп, йорттар һала башлағандар. Был эштекүреп, башҡорттаршаулай башлаған. Эшкөндән-көнҙураябарып, башҡорттарменәнзаводсыларараһындаһуғышкиткән. Был ваҡытСалауатуналты–унетейәштәрҙәбулған. Заводсыларға ҡаршы сыҡҡанхалыҡараһындаул да ҡатнашҡан. Үҙенеңйәшкенәбулыуынаҡарамаҫтан, Салауат был ҡораллы бәрелештәрҙә батырлыҡ күрһәткән. Бөтә халыҡ уның ғәйрәтен, һәләтлегенкүреп, хайранҡалған.
Ошоһуғыштаҡатнашҡанбер ҡартил уҙамандарынйыйыпалған да:
–Ҡарттар, мин һеҙгә мәслихәт итәйем әле, – тигән. –ӘлегенәбулыпүткәнһуғыштаСалауаттыңбатырлығынкүрепхайранҡалдым. Улбарыпһуғышабашлаған ерҙә һис кем сыҙамай. Был баланыбылайҡороғағынайөрөтөп, әрәмитергәярамай, уны ил батыры яһарға кәрәк.
...Беҙҙеңата-бабаларҙыңбыуын-быуынданәйтеүебуйынса, Салауаттың әсәһе хәҙерге МәсетлерайоныныңЛәмәҙтамаҡауылындатыуғанбулған. Юлайшундакейәүләпйөрөгән. Салауатунһигеҙйәштәрендәошондакилеп, Әйбуйындаатуйнатҡан. ЮлайауылынанЛәмәҙтамаҡҡаһыбайкилепйөрөгән. Был уғабер ни ҙәтормаған. Ауылдыңейәнебулаинде ул. Атуйнатҡанынхалыҡтарҡарапторорбулған.
–Беҙҙең батыр егет! – тип, бикиғтибарбиреп, һоҡланып ҡарағандар.
Шундайәштәрменәндә көрәшкән. Аҙаҡ, ҡартаталарыбелепҡалып, көрәштерергәбик ебәрмәгәндәр. Сөнки, үҙе ләбелмәҫтән, нығыраҡташлапебәргәнсаҡтары ла булғаниндетиңдәштәрен. ОшондаӘйбуйынаҡарата йырҙар ҙа сығарған ул.(М. Буранғолов. Сәсән аманаты. – Өфө: Китап,1995; Башҡорт халыҡ ижады, т. II: Риүәйәттәр, легендалар. – Өфө: Китап, 1997; Ватандаш, 2014. № 1).
Күреүегеҙсә, Салауат образы халыҡ ижадында ябай бала итеп түгел, ә бығаса ишетелмәгән, күрелмәгән, тиңе булмаған көслө лә, батыр ҙа, буласаҡ шағирҙарға хас бай рухлы ла, нескә күңелле лә итеп кәүҙәләндерелә.
…Салауат Юлаев уҡыу-яҙыуға нисек өйрәнгән, ҡайҙа ниндәй белем алған һуң?
Бөгөнгө көндә беҙгә мәғлүм сығанаҡтар нигеҙҙә 1773 – 1775 йвылдарҙғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро менән бәйле; буласаҡ геройҙың бала сағы, тәрбиә алыуы, уғыу-яҙыуға эйә булыуы кеүек мәғлүмәттәр был сығанаҡтарҙа үтә һаран йәки бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Ә Салауат Юлаевтың үҙ ҡулы менән яҙылған йәки ҡултамғалары ҡуйылған документтарҙың йөкмәткеләренә, стиленә, яҙылыу рәүешенә ентекләберәк иғтибар итһәк, заманының ярайһы уҡ эре уҡыу йорттарының береһендә белем алған, тиҙ яҙыу ҡеүәһенә эйә булғанҙур уҡымышлы кеше күҙ алдыбыҙға баҫыр.
«Ғаилә, тәбиғәт һәм мәктәп уның тәрбиәселәре булған»,–тип яҙҙы XIXбыуатта Ф.Д. Нефедов. Халыҡ хәтере был һүҙҙәрҙең хаҡлығын ҡеүәтләй. Салауаттың белем алыуы тураһындағы төрлө фараздар асылда бер тирәлә әйләнә, уларҙың бөтәһенән сығып, бер уртаҡ фекергә килергә мөмкинлек тыуа.
Салауат Юлаевтың тормош юлын һәм эшмәкәрлеген үҙ заманында ныҡышмалы өйрәнгән тарихсы Ә.Н. Усманов 1940 йылғы бер мәҡәләһендә ошондай фараз тәҡдим иткәйне: «халыҡ телендә: йорттарында ҡайҙандыр килгән уҡытыусы булған икән, тигән һүҙҙәр йөрөй. Сит илдә булған, күпте күргән старшина быны эшләүе мөмкин...» («Октябрь», 1940, 9–10, 36-сы б.). Хәҙерге Силәбе өлкәһе Сулея ҡасабанынан Хәйрулла Ибраһимов яҙмалары һәм иҫтәлектәре араһында Салауатты һәм уның тиҫтерҙәрен уҡытҡан бер кешенең исеме ҡат-ҡат телгә алына:
«Ул ваҡытта хәлле кешеләр балаларын диниә назаратының рөхсәте менән генә уҡытырға тейеш була. Ҡазан диниә назаратынан Нәби Кәбири килеп был вазифаны үҙ өҫтөнә ала һәм уҡыта башлай. Ул һәр бер балаға мал менән хаҡ билдәләй. Был мәктәптә Салауат та була. Нәби Кәбири иң беренсе әфтиәктән башлай, ҡөрьән аяттары башҡарыла. Салауатмәктәпкә тиклем үк әсәһенән өс йыл буйы уҡый, әсәһе уҡый-яҙа белгәс, ул да дәрестән артта ҡалмай. Унан һуң инде Ырымбурҙа белем ала, тағын да юғары мәҙрәсәтамамлай...»
Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүсе Ә.X. Сәйфуллиндан 1973 йылда В.В. Сидоров яҙып алған бер риүәйәттә, киреһенсә: «Салауаттың һәм Юлай старшинаның бүтән балаларының уҡытыусыһы ишан Нәби Кәбири була. Ләкин Салауаттың атаһы Юлай уның менән әрләшеп, ҡыуып ебәрә. Аҙаҡ балаларын Салауаттың әсәһе уҡыта». Йәғни, алдағы риүәйәттәрҙә Салауат тәүҙә әсәһенән, һуңынан ситтән килгән уҡытыусынан белем алһа, бында – тәүҙә унда, аҙаҡ әсәһенең ҡулында уҡый. Әммә шуныһы ҡиммәт: бер үк кешенең Салауат биографияһына бәйле исеме төрлө төбәктәрҙә юҡҡа ғына осрамаҫтыр. Ситтән килеп уҡытыу күренеше академик И.И. Лепехиндың да иғтибарына эләгә: «Уларҙың (башҡорттарҙың –М. И.) абыҙҙары күбеһенсә Өфө йәки Ҡазан өйәҙҙәренән килгән татарҙар булып сыға», – тип билдәләй ул үҙенең яҙмаларында (И.И. Лепехин. Дневные записи путешестви академика и медицины доктора Ив. Лепехина по разным провинциям Российскогогосударстваса в 1770 – 1772 гг. –СПб. 172-се б). Ихтимал, Юлай ситтән кеше яллап, Салауатҡа бала сағынан уҡ сағыштырмаса төплөрәк белем биреү маҡсатын ҡуйғандыр ҙа, ниәте аҡланмағас, булдыҡһыҙ уҡытыусыны ысынлап та ҡыуып ебәргәндер. Әммә йәш батыр үҙ ауылында уҡыу-яҙыуға өйрәнеп ултырыу менән генә сикләнмәй, һис шикһеҙ тирә-яҡтағы ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙең береһендә белем алған. Бәлки, ул Һөйөндөк, Стәрлебаш йә Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһе булғандыр.
Халыҡ телендә Салауат Юлаевтың үҫмер сағында бер нисә йыл ситтә йөрөп ҡайтыуы хаҡында легенда-риүәйәттәр теҙмәһе йәшәй. Башҡортостандың икенсе алыҫ төбәгендә уҡып ҡайтҡан йылдары күҙ уңында тотолмаймы? 1773 йылдың 30 ноябрендә атаһына Ырымбур яғынан Ғәйет Ғәбделкәрим улы артынан ебәргән бер хатында: «Мин бергә уҡыған шәриҡтәшләр илә осрашып таныштым», – тип яҙа ул (Юлаев С. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. – Өфө: Китап, 1994. –133-cө б.). Ырымбурҙан ни бары 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарғалы мәҙрәсәһендә ҡасандыр бергә уҡыған шәкерттәр менән шул яҡтарҙа осрашыу ихтималлығын иҫкә төшөрөү кәрәкмәйҙер. Хәйер, Салауатҡа ул саҡта Башҡортостандың теләһә ҡайһы төбәгендә белем алырға форсат бар ине. XIX быуат аҙағында С.Г. Рыбаков шәйләгән күренеште иҫкә төшөрәйек: «Беҙ мәсете, тимәк, мәктәбе булмаған бер генә башҡорт ауылын да осратманыҡ; бөтә Башҡортостан мәсеттәр менән тулған; был күренеш XVIII быуаттың икенсе яртыһынан башланған» (Рыбаков С.Г. Музыки и песни уральских мусульман с очерком их быта. – СПб, 1897, 291-се б.).
Тимәк, төп фараз шулай: Салауат иң тәүҙә уҡырға-яҙырға әсәһенән өйрәнгән; уҡымышлы әсәһе, тәбиғи, уны мәктәпкә тиклем үк өйрәтә башлаған, унан һуң үҙ ауылындағы мәктәптә ситтән килгән ниндәйҙер кеше ҡулында белем алған, аҙаҡ Башҡортостандың эре мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған.Салауат Юлаевтың уҡыу йорттарында алған белеме уның хәрби юлбашсыдыҡ эшмәкәәрлегендә, аҡыл эйәһе булараҡ уй-ҡараштарында, әҙип булараҡ шиғриәтендә асыҡ сағылыш тапҡан.
М.Х. ИҘЕЛБАЕВ, БДУ профессоры