Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Июль 2020, 14:00

Доктор, мин ҡояшты күрәм!

Бәләбәй районы дауаханаһының офтальмология бүлеге табип-офтальмологы Олег Константинович Диреев менән осрашҡанда уның изгелек, ихласлыҡ менән баҡҡан күҙҙәре, талғын, йомшаҡ тауышы шунда уҡ әсир итә.

Йөҙәрләгән пациент тиҙ арала хирургия ҡатнашлығы йә дөрөҫ дауалау тәғәйенләү талап ителгән киҫкен мәлдә ҙур өмөттәр, ышаныс менән килә уға. Олег Константиновичтың тәжрибәһе һәм оҫталығы уларға һаулығын, күҙҙәренең күреү һәләтен ҡайтарырға булышһа, көр тауышы һәм ышаныслы ҡарашы өмөт бүләк итә.
Күптәрҙең һыҙланыу-ауыртыныу һәм ҡурҡыу тойғоһо күңел төшөнкөлөгөнә һәм сараһыҙлыҡа килтереп, сире көсәйеүе менән яңғыҙ ҡалғаны бар. Шул мәлдәрҙә кем дә булһа ышаныс уятһа, юҡ, бирешмәйем әле, барыбер еңеп сығасаҡмын, тип уйлай башлайһың. Өмөтһөҙлөккә бирелгәндә пациентта өмөт уята белеү табиптың һәләтен һәм һөнәрилеген асыҡ күрһәтә.
Олег Константинович үҙ белгеслеге буйынса оҙаҡ йылдар, 1986 йылдан бирле эшләй. Ул 1960 йылдың ноябрь айында Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, тыуған ҡалаһының күҙ ауырыуҙары дауаханаһына эшкә ҡайта.
Үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Халыҡта тормошта үҙ урыныңды табып, тыумыштан бирелгән бурысыңды үтә, тигән теләк бар. Тик уға ҡайҙалыр уҡып ҡына ирешеп булмай. Бары тик күңел ынтылышыңды дөрөҫ аңлап, үҙ юлыңды табып, маҡсатҡа ярашлы тура барһаң ғына булдыраһың.
Олег Константинович үҙ юлын табып, тиҫтәләрсә йылдар шул йүнәлештә эшләй. Кешеләргә яңынан донъяны, ҡояш нурҙарын күреү бәхетен ҡайтара..
Сираттағы юбилей алдынан һәр кем йәшәлгәнен барлап, йомғаҡ яһай. Олег Константинович та үҙ ғүмер юлын, һөнәрен дөрөҫ һайлап, лайыҡлы үткән.
Коллегалары ла уны талапсан, ғәҙел, үҙ эшен яҡшы белгән доктор, ти, пациенттарына ҡарата иғтибарлы, хөрмәтле йәш белгестәр өсөн һәйбәт остаз ул.
Балалары ла аталарының юлынан киткәндәр, икеһе лә медицина юлын һайлағандар.
Быйыл Олег Диреев үҙенең 60 йәшлек оло юбилейын билдәләйәсәк.
Тормош һөйөүсән, бәхетле, киләсәккә ышаныс менән ҡараусы табипҡа артабан да уңыштар, изгелек һәм бәхет, сәләмәтлек, шатлыҡтар теләйек.
Рәхмәт, Доктор, мин ҡояшты күрәм!
Рәмзиә Ибраһимова, Анновка ауылы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: