Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Июль 2020, 18:30

Вәт, селлә! Нисек үткәрергә?!.

Быйылғы июль эҫелеге менән аптырата бит беҙҙе. Гидрометеоролия үҙәге был аҙнала ла урыны менән хатта 38 градус буласаҡ, тип хәбәр итә.

Йәйге селләнән нисек һаҡланырға һуң? Ҡояш нурҙары иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем бигерәк тә зарарлы. Ошо ваҡыт арауығында урамға сыҡмаҫҡа тырышырға кәңәш итә белгестәр. Эҫе һуҡмаһын өсөн башығыҙға кейеп йөрөргә кәрәк. Өҫтөгөҙгә лә тәбиғи еңел туҡыманан тегелгән аҡһыл төҫтәге кейемдәр кейеү яҡшыраҡ. Хатта сығарылыш синыфы уҡыусыларына ла Берҙәм дәүләт имтиханына футболка, шортыларҙа килергә рөхсәт иттеләр.
Көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы – организм өсөн стресс, ул һыуһай. Шуға күрә был осорҙа һыу эсеүҙең күләмен икеләтә арттырыу кәрәк, туҡланыуҙы ла үҙгәртергә тура килә. Майлы ризыҡтарҙан баш тартып, күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашарға кәңәш ителә. Ҡайнаған һыу, йәшел сәй файҙалы.
Читайте нас: