Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Июль 2020, 14:30

«Башҡортостан» милли паркының туристик мөмкинлектәре юғары баһаланды

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ «Маршрут төҙөлгән» проектын ойоштороусылар килде, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Алексей Кузьмицкий, Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова, Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Фетисов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев «Башҡортостан» милли паркында булды. Бында милли парктың «Экология» милли проекты сиктәрендә булдырылған объекттары буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Күперле шарлауығын, шулай уҡ Ҡотоҡ-4 һәм Сумған мәмерйәләрен күрҙе. Республикала экологик туризмды үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Министр урынбаҫары Елена Панова «Башҡортостан» милли паркының туристик мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

«Һуңғы өс йылда Рәсәйҙең махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә килеүселәрҙең йыл һайын 15% артыуы күҙәтелә. Экотуризмға ҡыҙыҡһыныуҙың йылдан-йыл артыуы осраҡлы түгел – ҡурсаулыҡтарҙа һәм милли парктарҙа илдең тәбиғәт хазинаһы урынлашҡан, был «Башҡортостан» милли паркына ла ҡағыла», – тине Панова.
«Барлыҡ беҙҙең «маршруттар» заманса туризмдың донъя картаһына эләкһен өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн экологик туризм – яңы йүнәлеш, бында Рәсәй Федерацияһы алдынғы позицияларҙы биләргә тейеш. Беҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда шундай хозур, донъяның бер илендә лә бындай матурлыҡ юҡ», – тип билдәләне Вячеслав Фетисов.
Читайте нас: