Мәғлүм булыуынса, Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһы 2019 йылдың 4 декабрендә Өфөлә барлыҡҡа килде. Ойоштороу йыйылышында уның Федераль Советы төҙөлдө. Унда башҡорттарҙың төбәк милли-мәҙәни автономиялары рәйестәре, күренекле башҡорт йәмәғәтселәре, мәҙәниәт вәкилдәре инде. Лилиә Ғүмәрова Федераль Совет рәйесе итеп һайланды. Ошо көндәрҙә ойошма юридик берәмектәрҙең Берҙәм дәүләт реестрында теркәлде.
Ултырышта Лилиә Ғүмәрова милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, халыҡ йолаларын тергеҙеүгә, туған телде, халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эштең мөһимлеген билдәләне. «Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы бер аныҡ халыҡ мәнфәғәтендә генә эшләп ҡалмай, этномәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереүгә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән дә ҙур тырышлыҡ һала. Беҙҙең автономия дөйөм федераль көн тәртибенә әүҙем яраҡлашыр һәм башҡа автономиялар кеүек үк милләт-ара дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытыуға үҙ өлөшөн индерер тип ышанам», – тине ул.
Ултырышта шулай уҡ Федераль Совет ағзалары – Рәсәй скульпторы, профессор Салауат Щербаков, опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов сығыш яһанылар.