Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июль 2020, 14:00

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Республикала йәштәрҙән ҡала йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата яны биләмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Ҡалаларҙы үҙгәртеүсе идеялар» Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

Конкурсҡа йәш дизайнсылар, урбанистар, архитекторҙар һәм рәссамдар, шулай уҡ биләмәләрҙең тышҡы йөҙөн үҙгәртеп тәртипкә килтерергә, яҡшыртырға теләгән ябай граждандар саҡырыла. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын һәм «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Конкурс ике этапта уҙғарыла: тәүгеһе (ситтән тороп) 1 марттан 25 июлгә тиклем, икенсеһе (туранан-тура) 25–27 августа. Бер нисә номинация ҡаралған. Улар – ихаталарҙы, йәмәғәт киңлектәрен, танылған сауҙа зоналарын төҙөкләндереү; йәйәүлеләр өсөн инфраструктура булдырыу, Рәсәйҙең архитектур образы; шәхси торлаҡ йорт; ауыл биләмәһе; бәләкәй архитектур формалар; ландшафт дизайны; проектҡа һүрәт; экологик архитектура; «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге өсөн арт-объект һ.б.
Еңеүселәрҙе төрлө бүләктәр көтә. Еңеүселәрҙең проекттары урындағы үҙидара органдары биләмәләрендә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк.
Конкурстың йомғаҡлау сараһы 25–27 августа ВДНХ комплексы биләмәһендә уҙғарыла.
Читайте нас: