Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июль 2020, 12:00

«Айыҡ ауыл» конкурсының бүләк фонды 10 тапҡырға арттырыла

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова етәкселегендә «Айыҡ ауыл -2020» республика конкурсын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының онлайн-ултырышы үтте. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл конкурстың бүләк фонды 10 тапҡырға арттырыла.

«2019 йылғы конкурсҡа йомғаҡ яһағанда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров, конкурстың мөһимлеген баһалап, 2020 йылда уның бүләк фондын 10 тапҡырға арттырырға тәҡдим итте. Был ошо конкурстың әһәмиәтле булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай», – тип билдәләне Ленара Иванова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс положениеһындағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләне. Әйтәйек, 2020 йылда күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү күҙаллана – һәр районда 50% кәм булмаған тораҡ пункт. Тораҡ пункттарҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурсҡа йомғаҡ ауылдарҙы түбәндәге категорияларға бүлеүҙе иҫәпкә алып яһала:
– эре – халҡы 3 меңдән ашыу;
– ҙур – 1-ҙән 3 мең кешегә тиклем;
– уртаса – 0 ,2-нән 1 мең кешегә тиклем;
– бәләкәй – 0,2 мең кешенән аҙыраҡ.
Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғына сертификаттар менән бүләкләнә.
Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына бойомға ашырыла.
20 июлдән – муниципаль этапҡа ғаризалар ҡабул итеү, ә 1 августан «Айыҡ ауыл 2020» республика конкурсы башлана, шуға бәйле муниципаль этапта күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә кәрәк», – тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
Фото «Башинформ»дан
Читайте нас: