Улар тәү сиратта дөйөм намаҙҙарға бәйле. Байрам алдынан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты «Роспотребнадзор» идаралығы тәҡдимдәренә таянып, Ҡорбан байрамын мәсеттәрҙә үткәреү буйынса ҡағиҙәләр ҡабул итте. Бөгөн улар менән таныштырабыҙ.
Намаҙ
Байрам намаҙы һәм хөтбәне 6.00 – 7.00 сәғәттән башлап үткәрергә. Ул 20 минуттан оҙағыраҡ булмаҫҡа тейеш. Саралар бөтөү менән тотҡарланмай ҡайтырға кәрәк. Байрам табыны ҡороу, һыйлау ойоштороу тыйыла.
Биналар
Мәсеттең эсендә һәм уның тирәһендәге биләмәлә социаль ара билдәләп сығыу мөһим. Ул 1,5 метр булырға тейеш.
Персонал һәм килгән кешеләр
- COVID-19 сирен ауыр кисергән кешеләрҙе мәсеттәргә индереүҙе сикләү (65 йәштән өлкәнерәктәр, хроник сирҙәре, тәү сиратта тын алыу органдары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм шәкәр диабеты булғандар);
- бөтәһе лә мотлаҡ битлек режимын үтәргә тейеш (имамдар таратыу өсөн битлектәр әҙерләргә тейеш);
- социаль араны һаҡлау (кәмендә 1,5 метр), килгән кешеләр намаҙлыҡты үҙҙәре алып килергә тейеш;
- яҡындан аралашыу һәм ҡул бирешеүҙән тыйылыу;
- мәсет биләмәһенә ингән саҡта ирекмәндәр ярҙамында башҡа санитар сараларҙы үтәү (антисептик менән ҡулды эшкәртеү, тән температураһын үлсәү, кәрәк булған осраҡта битлектәр таратыу).
«Хөрмәтле имамдар! Көн һайын сирләп киткән кешеләр һаны арта, пандемия әллә ҡасандан «яңылыҡтарҙан күрһәтелгән күренеш» булыуҙан туҡтаны, һәр беребеҙҙең был инфекция менән сирләгән таныштарыбыҙ бар. Шуға күрә әлеге талаптарға бик яуаплы ҡарарға һәм пандемияның тиҙ арала тамамланыуын теләп доғалар уҡырға саҡырабыҙ», – тип мөрәжәғәт итте Диниә назараты.
Шулай уҡ ҡорбан салыу өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарҙа ла хәүефһеҙлек сараларын һаҡлауға бәйле кәңәштәр теҙмәһе әҙерләнде.
Бындай майҙандарға килгәндәргә мотлаҡ:
- битлек кейеү;
- 1,5 метрлыҡ социаль ара һаҡлау;
- үҙең менән антисептик һәм намаҙлыҡ алып барыу;
- ҡул бирешеү һәм яҡын аралашыуҙан баш тартыу;
- табын ҡороу тыйыла.