Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июль 2020, 17:00

Өфөнөң төп ылыҡтырғыс урындарының береһенә әүереләсәк

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалала Совет майҙанын реконструкциялау барышын ҡараны.

Проект тап уның башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлағайны. Былтыр июндә, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Радий Фәрит улы Совет майҙанында өр-яңы йәмәғәт майҙаны булдырыласағы тураһында иғлан иткәйне.
«БНЗС» подряд ойошмаһы етәксеһе Руслан Мәүлейәров әйтеүенсә, эштәр графикка ярашлы бара. Тиҙҙән төҙөүселәр гранит япмаһын һала башлаясаҡ.
Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл буласаҡ. Яҡтылыҡ һәм музыка менән биҙәлгән фонтан да ҡуйыласаҡ.
Проекттың тәүге этабын ағымдағы йылдың 10 декабренә тамамларға ниәтләйҙәр.
Өфө мэры Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта шулай уҡ туҡталҡа зоналары ла иғтибар үҙәгендә. Улар Совет майҙанындағы учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн һәм бында ял итергә килгәндәргә кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөүселәргә майҙанды киңәйтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Етәксе фекеренсә, яңыртылған майҙан Өфөнөң төп ылыҡтырғыс урындарының береһенә әүереләсәк.
– Беҙҙең төрлө мөһим саралар үткәрерлек уңайлы, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына яуап биргән лайыҡлы йәмәғәт киңлеге булырға тейеш. Совет майҙаны Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙәгендә һыҙатланған ҙур архитектура-парк ансамбленең бер өлөшө буласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: