Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Июль 2020, 14:00

Ирекмәнлек үҫешенә булышлыҡ итәсәк

Быйылғы яҙ – пандемия сәбәпле, төрлө сикләүҙәр осоро – ирекмәндәр программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу йәһәтенән уңышлы булған. Үҙ-үҙеңде изоляциялау ғына төбәк мәсьәләләрен хәл итә алмай, был эшкә ирекмәндәр ҙә булышлыҡ итте.

Башҡортостандың тап бына ошо ирекмәнлек проекттары быйыл яҙ үткәрелгән «Изге эштәр төбәге» Бөтә Рәсәй ирекмәнлеккә ярҙам итеүҙең иң яҡшы төбәк практикалары конкурсында еңеүсе тип табылған. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» йүнәлеше сиктәрендә ойошторолған. Ул халыҡ тормошон яҡшыртыуға, ирекмәнлеккә йәлеп ителгән граждандар һанын арттырыуға йүнәлтелгән.
Сарала ҡатнашыусылар – Рәсәй төбәктәренең башҡарма органдары – төбәктән ирекмәнлеккә ярҙам итеүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен финанслау өсөн ғариза яҙған.
Конкурсҡа килгән 68 ғаризаның 39 төбәктән килгәне иң яҡшыһы тип табылған. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. «Башҡортостан Республикаһында ирекмәнлеккә ярҙам итеү инфраструктураһының үҫеше» практикаһы проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 2021 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем 6 140 400 һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.
Проекттар киләһе йылда тормошҡа ашырылыр, тип көтөлә. Улар балалар, йәштәр һәм шулай уҡ ололар мөхите ирекмәнлеге үҫешенә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: