Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Август 2020, 13:30

Бөгөн - Халыҡ-ара ҡарбуз көнө

Ҡарбуз 90% һыуҙан торғанлыҡтан медицинала уның файҙаһы юҡ, тип уйлағандар. Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡлағас, медицинала ул киң ҡулланыла башлай. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр уны шуға ла үҙ итә инде.

Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара. Әммә уны ябығыу маҡсатынан ғына ашарға кәрәкмәй, ҡарбуздың витаминдарға һәм микроэлементтарға бай булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Әйтәйек, ҡарбуз йомшағында нерв системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаған һәм ҡауаҡ-бетсәләрҙе булдырмаҫҡа булышҡан В төркөмө витаминдары, иммунитетты нығыта һәм иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәшкән С витамины, арығанлыҡты бөтөрә, кәйеф һәм йоҡоно яҡшыртҡан РР витамины, йөклө һәм бала имеҙгән ханымдарға, фолий кислотаһы бар.
Быларҙан тыш, ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестеринды сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Организмды көндәлек күләмдәге магний менән байытам, тиһәң, 150 гр ҡарбуз ашау ҙа етә.
Уның составындағы калий иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Әлбиттә, калий бананда ла бар. Тик ҡарбузда һыу күп булыуы әлеге файҙалы элементты үҙләштерергә ярҙам итә. Ҡарбуз дауалау сараһы булараҡ та ҡулланыла ала. Уның организмдан шлактарҙы сығарыуын иҫтә тотоп, ҡарбузды зарарлы производствола эшләүселәргә тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм бауыр, атеросклероз, гипертония һәм эсәклек ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны күпләп ашарға кәрәк. Әммә бөйөрҙәре менән айырыуса проблемалар булғандарға уны һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.
Кемдәр шәкәр даибеты менән ауырый уларға ҡарбуз ашау зарарлы.
Бөгөн байрам унайынан ҡарбуз менән үҙегеҙҙе ҡыуандырып алырға онотмағыҙ! Татлы һәм тәмле ҡарбуз күңелдәрегеҙҙе күтәрһен, йәнегеҙгә һәм тәнегеҙгә шифа бирһен!
«Башҡортостан» гәзите сайтынан
Читайте нас: