Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Август 2020, 14:20

Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайында етәкселек алмашыныуы көтөлә

Башҡарма комитеттың әлеге рәйесе Сәлих Хәйруллин сәләмәтлегенә бәйле уны вазифаһынан бушатыуҙарын һораны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм Аппараттың төбәктәр менән эш бүлеге етәксеһе Рөстәм Баянов эш сәфәре менән Бәләбәй районына барҙы.
Ҡоролтай ағзалары менән осрашыу Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында уҙҙы. Белем биреү ойошмаһына ҡунаҡтар ете томлыҡ Башҡорт энциклопедияһын бүләк итте. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов ҡоролтайҙың төп проекттары менән таныштырҙы, «Айыҡ ауыл» конкурсы, Башҡорт теле йылы тураһында һөйләне һәм проекттарға әүҙемерәк ҡушылырға өндәне.
Осрашыуҙа күтәрелгән һорауҙарҙың береһе урындағы ҡоролтайҙарҙың эш үҙенсәлектәренә ҡағыла. Аппараттың төбәктәр менән эш бүлеге етәксеһе Рөстәм Баянов йәмғиәт ойошмаһы етәксеһенең эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәр тураһында һөйләне. Ул ойошма эшен социаль селтәрҙәрҙә киңерәк яҡтыртыу мөһимлеген аңлатты.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаһының Бәйләнештәге битенән
Читайте нас: