Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Август 2020, 18:00

Бәләбәй паркы йырлап торор

«Ә был Бәләбәй, ҡала быуаһы һәм йырлаусы шишмәләр паркы. Оҙаҡламай яр буйында ағас тупһа-эскәмйәләр, яңы павильондар, ағас пирс һәм велосипед юлдары менән яңыртылған пляж барлыҡҡа киләсәк. Шуныһы мөһим, беҙ бөтә сәләмәт ағастарҙы ла һаҡлап ҡалдыҡ. 2019 йылдың майында Бәләбәй «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар» Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән ҡалаларҙың береһе ине. Беҙ ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ», тип яҙҙы кисә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Әлеге ваҡытта Бәләбәйҙә «Йырлаусы шишмәләр паркы» проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә ҡала быуаһының яр буйы һәм уның тирә-яғы яңыртыла.
Бәләбәй «йырлаусы шишмәләр төбәге» булараҡ билдәле, бында 100-ҙән ашыу шифалы сығанаҡтар ағып ята. Шуға проектҡа ярашлы, бында кешеләр менән һыу бәйләнеше иҫәбенә тәбиғәт мөмкинлектәрен тулыһынса асырға теләйҙәр.
Яр буйында ағас пирстар һәм ҡомло пляж барлыҡҡа киләсәк. Пляж биләмәһендә ҡаплаулы павильондар һәм санузелдар ҡуйыласаҡ. Уларҙа кешеләр кейемен алмаштыра, күләгәлә ҡояштан йәки ямғырҙан йәшенә ала, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек алырға була.
Парк биләмәһендә «Bublic Space» күп функциялы коворкинг үҙәге, велосипед юлдары, велосипед туҡталыштары, сауҙа кибеттәре, төрлө арт-объекттар буласаҡ. Яҡтыртҡыстар, һаҡ телевидениеһы системаһы, тышҡы һыу үткәргес һәм канализация үткәреләсәк.
– Проектты тормошҡа ашырыу Бәләбәй кешеләренә тәбиғәт мөхитендә яңы рекреацион биләмә алыу мөмкинлеге бирәсәк. Ул оҙайлы йылдарға ҡаланың йөҙөк ҡашына әүереләсәк. Ҡарағастан эшләнгән түшәмдәр – ул экологик һәм оҙаҡ хеҙмәт иткән материал, ул бөтә донъя буйынса төҙөкләндереү проекттарында файҙаланыла, – тине проект өсөн яуап биргән Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты вәкиле.
Әле элекке конструкцияларҙы һүтеп алып бөткәндәр, ағас террасалар урынлаштырыу, ҡомло пляж түшәү һәм архитектура формаларын ҡуйыу буйынса 90 процент эш башҡарылған. Яҡтыртҡыстар ҡуйыу эштәре яртылаш тиерлек башҡарылған.
Яҡынса эштәр быйыл 1 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Паркты асыу көнө 3 октябргә билдәләнгән.
«Башҡортостан» гәзите сайтынан
Читайте нас: