Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Август 2020, 13:15

Билдәле сәйәхәтсе Федор Конюхов Ҡуштауға менергә ниәтләй

Был турула ул Instagam битендә хәбәр иткән.

«Мин ике тапҡыр Эверестҡа мендем, тик бер ҙә шиханға – боронғо мәрйен рифына күтәрелгәнем булманы. Башҡортостан Республикаһына барырға һәм дуҫтарым менән Ҡуштау тауына менергә уйлайым! Ҡоштар осор бейеклектән төбәктең матурлығын күрер өсөн. Үҙем менән буяуҙар алам һәм этюд төшөрәм», – тип яҙған Федор Конюхов.
Яҙмаһында ул шулай уҡ Ҡуштау тирәләй хәлдәрҙән хәбәрҙар булыуын да әйткән.
Федор Конюхов ошондай ваҡиғаны СССР заманында, уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында күҙәтеүе хаҡында бәйән иткән. Приморье крайында, Находка эргәһендә, Сучан йылғаһы тамағында шундай уҡ тау – Брат юҡҡа сығарылған. Ул шундай уҡ боронғо риф, йәше 250 миллион тирәһе, тик Япон диңгеҙе ярында торған. Хәҙер бер ни ҙә эшләп булмай, яһалма юл менән тауҙы кире ҡайтарып булмай.
«Илдең башҡа төбәгендә Ҡуштауҙы һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш бара. «Башҡортостандың сода компанияһы» шихандан сода эшләү өсөн тау тоҡомо алырға ниәтләй. Был соданы беҙ ашап бөтөрөрбөҙ, тотонорбоҙ ҙа оноторбоҙ, ә 230 миллион йыллыҡ йәше булған матур тау, башҡа ҡайһы бер тәбиғәт ҡомартҡылары кеүек үк, юҡҡа сығасаҡ. Ярай, элек, үткән быуатта кеше үҙләштергән, сығарған, шартлатҡан – тик беҙ бит өлкәнәйҙек, Ерҙәге яралар беҙгә, балаларыбыҙға беҙҙең файҙа алыр өсөн ҡылған эштәребеҙ тураһында хәтерләтеп тора. Илебеҙ Ҡуштауҙан алынған содаһыҙ йәшәне, артабан да йәшәр».
Федор Конюхов шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең матурлығын һаҡлар, яҡлар өсөн ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып көрәшеүсе әүҙемселәр, битараф булмаған кешеләр менән теләктәшлеген белдергән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: