Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Август 2020, 17:00

Ҡанатлы ҡоштарға һунар башланды

Был төр һунар киң таралғандарҙан һәм әүҙемдәрҙән иҫәпләнә, сөнки ул һунарсыларҙа киң таралыу алған.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, һунарсыларға ҡош аулауға сығыр өсөн ҡырағай ҡошто атыуға рөхсәте булырға һәм табыш бер көнгә рөхсәт ителгән норманан артырға тейеш түгел. Лимит буйынса һыу ҡоштарын, ҡурпысыҡты, һаралйынды, зырҡыуытты һәм тартайҙы бишәүҙән артыҡ алыу рөхсәт ителмәй. Ағунаны, селде – өсәү, ҡорҙо һәм һуйырҙы көнөнә берешәр атырға мөмкин.
Шулай уҡ техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай. Уларға ярашлы, ҡошто кеше йәшәгән урындан 200 метр алыҫлыҡта атыу ҡоралынан йәки пневматик ҡоралдан атырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта күренмәгән әйберҙең тауышына йәки ҡыштырлауына, электр уты сымдарында һәм бағаналарында ултырған ҡошҡа атыу тыйыла.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: