Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Август 2020, 14:00

Йәйәүлеләр өсөн тағы бер майҙан

Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында ла булды.

Майҙанда һәм уның тирә-яғында эштәр бик әүҙем бара. Әле буласаҡ фонтан өсөн техник бина ҡуялар. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа иҫке тротуар ҡутарыла, кабелдәр һуҙыла, гранит һалырға нигеҙ әҙерләнә. Эштә төҙөүселәр республика етештереүселәре тауарҙарын күпләп файҙалана. Мәҫәлән, бында Учалы граниты һалынасаҡ.
– Беҙ был майҙанды Өфөнөң тарихи үҙәгенең иң матур урындарының береһе итәсәкбеҙ. Тартып сығармалы махсус кәртәләр ҡуйып, ял көндәрендә Совет майҙанын һәм уның тирә-яғын йәйәүлеләр өсөн биләмәгә әйләндеререгә уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан

Читайте нас: