Өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һанынан 623 мең кеше – 60-74, 207 меңе – 75-89 йәштә. 18 меңдән ашыу кеше оҙон ғүмерлеләр йәшенә еткән – 90 йәштә һәм унан өлкәнерәк.
Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәрҙең өлөшө йыл башына 21% тәшкил иткән.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республикала халыҡтың ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе – 72 йәш.
2020 йылдың башында ҡалаларҙа 60 йәште уҙған 497 меңгә яҡын кеше йәшәгән, ауыл ерендә иһә 352 мең кеше булған.
Бөтә донъялағы кеүек үк, ололар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда күберәк. Беҙҙең республикала 60 йәштән өлкәнерәк 533 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 316 мең ир-егет иҫәпләнә. Ир-егеттәрҙең аҙлығы тәү сиратта улар араһында үлем осраҡтарының юғары булыуына бәйле. Былтыр республикала ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығы араһында айырма 10,7 йәш тәшкил иткән.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, никахҡа инеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, 2019 йылда 60 йәштә һәм унан өлкәнерәк 700 ир-егет һәм 424 ҡатын-ҡыҙ өйләнешкән. Улар араһынан 69 ир-егет һәм 43 ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да никахта тормаған.
2018 йылда халыҡтың йәшәү шарттарын күҙәтеү йомғаҡтары буйынса, эшкә һәләтле йәштәге өлкәндәрҙең 68% – үҙҙәренең сәләмәтлеген ҡәнәғәтләнерлек, 25% ашыуы мөшкөл тип баһалай. Хаҡлы ялдағыларҙың 58% күберәге хроник сирҙәрҙән яфалана.