Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2020, 13:30

Радий Хәбиров: «Тормош дауам итә. Кешеләр эшләй, ижад менән шөғөлләнә»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеүҙәктә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй заманса йәштәр башҡорт йыры фестивале финалсылары, жюри ағзалары һәм ойоштороусылары менән осрашты.

Башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыуға арналған проект 28-се тапҡыр үткәрелә. Ә быйыл тәүге тапҡыр дөйөм Рәсәй кимәлендә ойошторолдо. Сентябрь-ноябрь айҙарында һайлап алыу турҙары Башҡортостандың ҡала-райондарында, шулай уҡ Пермь крайы, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Татарстанда, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында үтте. Уларҙа башҡорт телендә йырлаған 300-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнашты.
17 һәм 18 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, проекттың икенсе этабы уҙғарылды. Унда илдең 11 төбәге һәм республиканың туғыҙ фестиваль зонаһынан 54 башҡарыусы ҡатнашты. Һөҙөмтәлә жюри ағзалары 24 финалсыны асыҡланы, улар шоуҙың телевизион этабына үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәшлек шоу-2020»нең телесығарылышын төшөрөүҙә булды, йәш ҡатнашыусыларҙың сығышын ҡараны, уларға еңеү теләне.
– Тормош дауам итә. Кешеләр эшләй, ижад менән шөғөлләнә. Һәм ижади эшләү теләген бер ниндәй ковид та ҡаплай алмай, – тине Радий Хәбиров. – Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Бында бар Рәсәйҙән бик күп йәш, матур, талантлы, сағыу йәштәр йыйылған! Беҙҙең һеҙҙе сәхнәнән ҡарағы килгәйне лә, тик пандемия үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Гала-концертты шулай ҙа үткәрербеҙ, тик барлыҡ һаҡланыу сараларын үтәп һәм телевизион форматта. Башҡорт сәнғәте күгендә тағы ла бихисап сағыу йондоҙ балҡыуының шаһиттары булырбыҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла еңеү теләйем. Башҡортостан һеҙҙе һәр ваҡыт көтә!
Телешоуҙа ҡатнашыусылар сығышын профессиональ жюри баһалаясаҡ. Улар араһында Беренсе каналдағы «Йондоҙҙар фабрикаһы» продюсеры Лина Арифуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин һәм йырсы Ольга Филиппова. Еңеүсе 300 мең һум аҡса һәм билдәле продюсер ярҙамында карьераһын дауам итеү мөмкинлеге аласаҡ.
«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» Бөтә Рәсәй йәштәр музыка фестиваленең телевизион этабын декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Фотолар Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: